1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә йәнә хаҡтар күтәрелә

1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә йәнә хаҡтар күтәрелә 18.09.2014

Был юлы йылылыҡ энергияһына тарифтар арта. Һуңғы тапҡыр ул ошо йылдың июлендә үҙгәртелгәйне. Хаҡтарҙың этапҡа бүленеп яйлап арттырылыуы халыҡ өсөн уңайлы. Икенсенән, был мәжбүри эшләнә. Сөнки коммуналь селтәрҙәр үтә иҫкергән һәм уны ремонтлау өсөн аҡса етмәй.

Пландан тыш йылы һыу һүндереүҙәр, йылылыҡ селтәрҙәрендә авариялар ҙур ҡалаларҙа йыш күренешкә әйләнә бара. 70-се йылдарҙан бирле бер ниндәй ремонт күрмәгән торлаҡ-коммуналь хужалығы үтә ныҡ таушалған. Һыу үткәргес һәм йылытыу торбалары 80 процентҡа тиклем иҫкергән. Уларҙы алмаштырмаған хәлдә ҡалалар бер көн килеп тотош һыуһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Селтәрҙәрҙе ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар яңыртырға бурыслы. Әммә улар, аҡса етмәгәнлектән, был эште һуҙа килә.

Татьяна Дашкина, Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһының матбуғат хеҙмәткәре: «Әлеге тарифтар беҙҙең өсөн иҡтисади һөҙөмтә бирмәй. Тулыһынса яңыртыу түгел, ремонт эштәренә лә аҡса ҡалмай. Халыҡтың коммуналь түләүҙәргә булған бурысы ла эште тотҡарлай. Йылылыҡ өсөн генә лә халыҡтың 445 миллион һум бирәсәге бар».

Тап ошо ҡатмарлыҡтар тарифтарҙы күтәреүгә сәбәпсе булған да инде. Башҡортостанда быға тиклем коммуналь түләүҙәр иң түбәне һаналһа, хәҙер инде уны Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәр менән тиңләйәсәктәр.

Айгөл Винникова, Берҙәм иҫәп-касса үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Арттырылған түләү квитанциялары бөгөндән үк таратыла башланы. Тарифтар һәр милексегә айырым тәғәйенләнде. Йәғни торлаҡ майҙанына ҡарап билдәләнәсәк. Атап әйткәндә, түләүҙәр 300 һумдан алып 700 һумға тиклем күтәрелде».

Хаҡтар артыуын нисек тә булһа компенсациялау маҡсатында республикала адреслы социаль түләүҙәр программаһы эшләй. Быға тиклем ул һәр кемдең иҫәбенә күсерелә килһә, хәҙер инде милексе ғариза яҙырға тейеш.

Роза Бикмәтова, Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Адреслы социаль түләүҙәр алыу өсөн халыҡҡа күп функциялы һәм республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренә, идарасы компанияларға мөрәжәғәт итеү кәрәк. Ғаризалар йыл аҙағына тиклем ҡабул ителә. Әле был аҡсалата ярҙамды Өфөлә генә 92 мең 752 торлаҡ хужаһы ала. Компенсацияның күләме лә төрлөсә. Ул торлаҡтың майҙанын һәм унда теркәлгән кешеләрҙең һанын иҫәпкә алып билдәләнә».

Бынан тыш, коммуналь түләүҙәр ғаилә бюджетының 20 процентынан юғары булғандарға ла субсидия ҡаралған. Яҡын киләсәктә планканы 17 процентҡа тиклем кәметеү тураһында һүҙ йөрөтөлә. Ул саҡта субсидия алыусылар тағы ла 20 меңгә артасаҡ. Әле был ярҙамды республикала 75 мең ғаилә ала. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку