1 июлгә тиклем илдәге барлыҡ сауҙа ойошмалары он-лайн касса аппараттарына күсергә тейеш

1 июлгә тиклем илдәге барлыҡ сауҙа ойошмалары  он-лайн касса аппараттарына күсергә тейеш 20.02.2017

Яңыраҡ был туралағы федераль закон үҙ көсөнә инде. Әле предприятие һәм ойошмаларҙа яңы ҡоролмалар урынлаштырыла башланы.

2017 йылдың февраленән илдә яңы контроль-касса аппараттары тураһында ҡанун үҙ көсөнә инде. Быйылғы йылдың 1 июленә тиклем был техниканы яңыһына алыштырып өлгөрмәүсе эшҡыуарҙарға  ҙур күләмдә штарф һәм ике йылға тиклем эшенән бушатыу ҡаралған. Әлиә Ширьязданова бәләкәй аҙыҡ-түлек магазины хужаһы һәм яңы ҡанун уға ла ҡағыла. Шуға ла касса аппараттарын яңыртыуҙы эшҡыуар тиҙ арала хәл итергә булған.
Әлиә Ширьязданова, эшҡыуар: «Минең бересе июлгә тиклем ваҡытым булһа ла, был эште тиҙерәк хәл  итергә булдым. Алдан яңы контроль-касса аппаратын алып ҡуйһам,тынысыраҡ йоҡлармын, тип уйлайым. Иҫәпләү аппараттарына  хаҡтар ҙа үҫеп китеүе ихтимал».
Ысынлап та хаҡтар күтәрелгән. Хәҙер үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк сумма ярҙамында яңы иҫәпләү аппараты алып уны урынлаштырырға тура килә. Контроль-касса аппараттарына хаҡтарҙың киләсәктә тағы үҫеүе күҙәтеләсәк. Ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүселәр яңы контроль-касса аппараттары эшҡыуарҙар, һатып алыусылар,һалым инспекцияһы араһында ҡағыҙ әйләнешен кәметәсәк һәм ваҡытты экономиялаясаҡ, ти.
Әле  Башҡортостанда 36 меңдән ашыу касса аппараттары теркәлгән. Уларҙың тик меңдән ашыуы ғына яңы стандарттар буйынса эшләй.Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бындай түбән күрһәткес эшҡыуарҙар  яңыса эш башлау ваҡытын күсерелеүен өмөтләнә ,тип белдерә. Үҙгәрештәрҙең һатып алыусыларға ла ҡағылышы бар. Һәр чек электрон форматта һаҡланасаҡ һәм ул хоҡуҡи яҡтан да нығытылған. Аҡса ағымдарын электрон теркәү һалымдар йыйылыуын да арттырасаҡ.
Килемдәрен йәшерергә ынтылыусы эшҡыуарҙар ил һәм республика ҡаҙнаһына күпме зыян килтерә. Күпме балалар баҡсалары һәм мәктәп төҙөлмәй ҡала. Ошо көндән башлап йәшерен эшләүселәрҙе ябай ысул ярҙамында билдәләргә  мөмкин. Бары тик сматфонды чекка яҡын килтерәһен һәм эшҡыуарҙың намыҫлымы -түгелме икәнен асыҡлайһың.
.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку