1 ғинуарҙан торлаҡ ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелде

1 ғинуарҙан торлаҡ ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелде 18.01.2017

Уға ярашлы, фатир хужалары  дөйөм йорт ихтыяждар өсөн түләүҙәрҙе үҙҙәре контролдә тота ала.

Әгәр ҙә быға тиклем ОДН сығымдары квитанцияла коммуналь түләүҙәр менән бергә килһә, хәҙер ул торлаҡ хеҙмәтләндереү графаһына күсерелде.  Бынан тыш, норманан юғарыраҡ юғалтыуҙар буйынса мәсьәләләр  фатир хужаларына түгел, ә идарасы компанияға йөкмәтелә. Яңы ҡануниәткә бәйле, һорауҙар бөгөн  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында күтәрелде. Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов  ведомствоның 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы. Ултырышта киләсәккә бурыстар билдәләнде.
Илдар Шафиҡов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Торлаҡ ҡануниәтендәге үҙгәрештәр буйынса хәҙер халыҡ үҙе дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәрҙең хаҡын, сығымдарҙың ҡайҙа киткәнлеген белә ала. Был алым халыҡҡа асыҡлыҡты тәьмин итә. Сөнки 2016 йылда торлаҡ хоҡуҡтары боҙолоу осрағы буйынса 20 меңдән ашыу кеше ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Улар башлыса идарасы компанияға, 65 проценты коммуналь түләүҙәргә ҡағыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку