Һәм йәнә «Уфамоторс»

Һәм йәнә «Уфамоторс» 03.10.2016

Быйыл февралдә Өфөлә ошо исем аҫтында эшләүсе автосалон тураһында күрһәткәйнек инде. Ул ваҡытта беҙҙең редакцияға Туймазыла йәшәүсе Соколовтар мөрәжәғәт итте. Ғаилә башлығы аңлатыуынса, «Уфамоторс» мутлашып, уларға икенсе автомобиль һата. Өҫтәүенә, башҡа салондар менән сағыштырғанда, юғарыраҡ хаҡҡа. Әлбиттә, һатыусы быларҙы инҡар итә. Йәнәһе, автомобилде Соколовтар үҙҙәре һораған, документтар ҙа бар. Судта ла автосалон клиенттары үҙҙәренең хаҡ булыуын иҫбатлай алмай. Ошонан сығып, «Уфа моторс» ғәҙел эшләй тип тә уйларға булыр ине, ләкин беҙҙең редакцияға уларға ялыуҙар килеүе дауам итә. Интернет селтәрендә лә автосалон эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш кешеләр ойошманы урап үтергә кәңәш итә.

Ринат Вәлиев тимер атының һулышын мөмкин тиклем йышыраҡ тикшереп торорға тырыша. Егет «Гранта»һын ярты йыл элек кенә өп-өр яңы килеш һатып алыуына ҡарамаҫтан, уның сафтан сығыуынан ҡурҡа. Сөнки заводтан килгән автомобилдең гарантияһы юҡ. Бының сәбәбе Ринатҡа машинаны һатҡан ойошма уға өҫтәмә килешеү һәм гарантия бланкын бирмәүҙә. Документта был «Лада»ға автосалон тарафынан ҡуйылған ҡоролмалар,  уларҙың хаҡы күрһәтелергә тейеш.
Ринат «Гранта»һы өсөн 540 мең һумдан ашыу аҡса түләгән. Башта машина хаҡы 450 мең булған да, ләкин автосалон өҫтәп ҡуйған ҡоролмалар, монтажлау эшен иҫәпкә алып сумма 100 меңгә артып китә. Өҫтәмә килешеүен талап итеп Ринат автосалонға ҡабаттан 7-8 тапҡыр килгән, ләкин тап уға «Гранта»ны һатҡан менеджер урынында юҡ, ә башҡалар эштең нимәлә икәнен белмәй, йә тағы әҙерәк көтөгөҙ тигән яуап ала. Ә бөгөн, камера алдында, менеджер егеткә тейешле документтар ебәрелде тип әйтә.  
Ләкин аҙаҡ, почта бүлегенә барып Ринат үҙенең исеменә бер ниндәй ҙә документтар килмәүен асыҡлай. «Уфамоторс» сираттағы тапҡыр егетте алдап оҙатып сығарып ебәрә. Хәҙер ултырып уйлаһам, баштан уҡ автосалон һатыусылары мут ҡыланғанын аңлайым ти Ринат, ләкин ул көндө күңелендә бер ниндәй ҙә шик ҡуҙғалмай.
«Уфамоторс» алдында беҙ шулай уҡ уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмаған тағы бер кешегә тап булдыҡ. Эренбург Миксонов Благовещендан килгән, эвакуаторҙа йөрөмәгән иҫке машинаһын да килтергән. Телефон әңгәмәһендә менеджерҙар уға кредитҡа яңы автомобиль һатырға, сафтан сыҡҡан «Ваз»ды утилгә ҡабул итергә вәғәҙә итә. Ләкин инвалид креслоһында ултырған кешене күреп, ойошма вәкилдәре унан кредитҡа ғариза ҡабул итеүҙән баш тарта.  Шул уҡ ваҡытта юристар бының менән риза түгел. Бөтә банктар ҙа кредит биргәндә тәү сиратта аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы ҡайғырта, шуға улар өсөн заем алыусының килеме булыуы төп шарт.
Эренбург та быға тиклем кредит алғаным бар тип аңлата, башҡа ерҙә уның мөрәжәғәтен кире ҡағыу осраҡтары булмаған. «Уфамоторс» автосалоны эшмәкәрлегенә иң ҡыҙыу баһаны «Бәйләнештә» сайтында ошо исемде йөрөткән төркөмдәрҙә табып була. Ойошма төрлө ҡалаларҙа төрлө исемдәр аҫтында эшләй. Ләкин уларҙан автомобиль һатып алыусылар Мәскәү ойошмаһының бер филиалы менән дә ҡәнәғәт түгел. Кешеләр шулай уҡ вәғәҙә ителгән ҡышҡы тәгәрмәстәр көтә, документтарын ала алмай, судҡа мөрәжәғәт итә. Ҡайһы бер осраҡта был автосалонға барыу һаулыҡ ҡаҡшау менән тамамлана. Мәҫәлән, беҙгә Бөрө районында йәшәүсе Ситдиҡовтар шылтыратты. Ғаилә шулай уҡ «Уфамоторс»тан автомобиль һатып ала, ләкин алдана. Хәҙер ғаилә аҡсаһын ҡайтарырға тырыша, тик бер нәмә лә килеп сыҡмай. Илдар Ситдиҡов көйәләнеп, инфаркт хәленә етә. Шуға ла беҙ арзан хаҡҡа алданып, мутлашыусылар тоҙағына ынтылмауығыҙҙы үтенәбеҙ. Улар тап бер ҡатлы, ышаныусан кешеләрҙе, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе төп башына ултыртып  көн итә. Автомобилде рәсми дилерҙан алыуың мең хәйерле, теге йәки был марканы завод менән килешеү буйынса кем һатыуын шул уҡ етештереүсе сайтында табып була. Иғтибарлы булығыҙ!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика