Үҙебеҙҙә етештерелгән аяҡ кейемдәре

Үҙебеҙҙә етештерелгән  аяҡ кейемдәре 03.11.2016

Баймаҡ районының  Икенсе  Этҡол ауылында Байтал яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  бөгөн тулы ҡеүәттә эшләй. Әле бында алтмыштан ашыу кеше эш  урыны менән тәьмин ителгән. Башлыса   балалар өсөн аяҡ кейеме етештерелә.

Цехта иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем теген машинаһының тауышы тынмай.  Алтмыштан ашыу ҡатын‐ҡыҙ    баш ҡалҡытмай эшкә тотонған. Уларға беселгән   аяҡ кейемдәренең детәлдәрен тоташтырыу бурысы йөкмәтелгән.  Ә ҡалған эштәр иһә      Дәүләкән  балалар аяҡ кейеме  фабрикаһында  башҡарыла.    Яратҡан эш ялҡытмай, ти  тегенсе   Әлфирә Сирғәлина.   Был һүҙҙәр  тегенсенең эш девизына   әйләнгән. Уның коллективта эшләүенә   бер йыл  да  булып килә.  
Ҡасандыр гөрләп торған Урал колхозы тарҡалғас, эшһеҙ тамам аптыраған халыҡтың ҡыуанысының сиге юҡ. Был асылған предприятие халыҡты эш урыны менән тәьмин итеүҙән тыш, ауыл   биләмәләрен тотороҡло үҫтереүҙе лә үҙ елкәһенә алған.  Киләсәктә цех  шулай уҡ  эш даирәһен  киңәйтеп тағы ла  200‐гә яҡын кешене эш урыны менән тәьмин  итеү бурысын ҡуйған .
Тиҙҙән цехта   әҙер продукция етештерелә башлаясаҡ һәм шулай уҡ һатыу үҙәктәренә  оҙатыу планлаштырыла.  Тимәк,  балалар өсөн  аяҡ кейеме эҙләп магазинға йөрөйһө түгел,  ә урында  бер ни тиклем арзан хаҡҡа  һатып алырға   мөмкинлек буласаҡ. Ә  иң мөһиме  был аяҡ кейемдәре  экологик яҡтан таҙа һәм уңайлы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку