Етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырыласаҡ

Етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырыласаҡ 01.07.2014

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе ҡараусылар ҙа дәғүә итә ала.

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының ун өсөнсө ултырышында һүҙ барҙы. Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарылды. Опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы законға үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, был өлкә белгестәре тәрбиәгә бала алырға теләүсе ғаиләләргә ярҙам итергә бурыслы. Улар аңлатыу эштәре алып барыу һәм тәрбиәүи әңгәмәләр уҙғарыуҙан тыш, ата-әсәләргә документтар әҙерләргә лә ярҙам итәсәк. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 6 һәм унан ла күберәк баланы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр миҙал менән бүләкләнәсәк.


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика