Ҡышҡы осор булыуға ҡарамаҫтан Ауырғазы районының «Уңыш» хужалығында  һауым арта 09.01.2016

Улар уртаса республика күрһәткестәренән дә байтаҡҡа юғары. Бер һыйырға йылына ете ярым тонна һөт тура килә.  Белгестәр был күренеште тоҡом яҡшыртыуға ла бәйләй. Шулай ҙа, уңыш сере сит ил һыйырҙарында түгел, ә уларҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙә.

Гөлнара Рәшитова быҙау ҡараусы булып дүртенсе ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан,  хужалыҡта үҙен кәрәкле хеҙмәткәр итеп танытты. Бөгөн ул тиҫтәләрсә баш быҙау тәрбиәләй. Мал ҡарау еңел түгел. Әгәр үҙ эшеңде яратһаң,  ауырлыҡтар ҡурҡытмай, ти Гөлнара Рәшитова.
Эште заманса технологиялар ҙа еңеләйтә. Мәҫәлән, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре «Һөт таксиһы» тип йөрөткән ҡоролма аҡты тейешле температурала тотоуы менән үҙенсәлекле.
Ә был корпуста быҙауҙар 40 көнгә тиклем айырым келәттәрҙә тәрбиәләнә. Уның ҡарауы, йәш малдың ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яраҡлашыуы, нығыныуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәһе бар, тигән фекерҙә баш ветеринар. Көнөнә яҡынса 800 граммға ауырлығы арта.
Хужалыҡ былтыр Венгриянан һатып алған 136 эре баш малдың барыһы ла быҙаулаған. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙар бар донъяға яҡшы һөт биреүе менән танылған. Хужалыҡ продукция етештереү буйынса республикала алдынғы урынды биләй. Мал ҡышлатыу осоро булыуға ҡарамаҫтан, һөт һауыу күләме юғары. Көн һайын хужалыҡ урындағы комбинатҡа 25 тонна самаһы һөт тапшыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика