Ҡыш аҙағына тиклем Башҡортостанда ҡырағай хайуандарҙы иҫәпләү бара 09.02.2017

Һунарсылыҡты күҙәтеү дәүләт инспекторҙары һәм егерҙары көн һайын махсус әҙерләнгән 35 маршрут буйынса урмандарға сығып, осраған йәнлек эҙҙәрен ҡағыҙға теркәй. Һуңынан республика биләмәләрендә булған кейек-януарҙар тураһында мәғлүмәттәр тупланасаҡ. Федоровка районындағы заказникта һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер төр хайуандарҙың үрсей барыуы күҙәтелә.

Инспектор Олег Буркиндың тауышына Федоровка урмандарын төйәк итеүсе ҡырағай хайуандар күптән өйрәнеп бөткән. Сөнки заказник хеҙмәткәре улар тураһында даими хәстәрлек күрә. Махсус әҙерләнгән был урынды ҡабан сусҡалары үҙ иткән. Көн һайын испектор уларҙы иген ҡалдыҡтары менән туҡландыра, шулай уҡ көҙҙән килтерелгән бесән өйөмдәре лә йылыла йоҡларға мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта заказникта ҡабан сусҡаларының һаны өс тиҫтәнән ашыу, шулай ҙа февраль-мартта ҡатыморондарҙың тағы ла үрсеүе көтөлә.  

Урман һаҡсыһы әйтеүенсә, иректәге һәр хайуандың үҙ биләмәһе бар һәм улар йәшәгән урынын бер ваҡытта ла ташламай. Күп йылдар дауамында алып барылған тикшереүҙәр ҙә ҡабан сусҡаларының был аҡландан йыраҡ китмәҫкә тырышыуын күрһәткән. Әлбиттә, был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки хайуандар бында тулыһынса һаҡлауға һәм яҡлауға алынған.  

Федоровка районындаға заказниктың майҙаны әллә ни ҙур түгел. Шуға ҡарамаҫтан, бында төрлө ҡырағай хайуандарҙы күпләп осратырға мөмкин. Әлеге ваҡытта белгестәр уларҙың иҫәбен алыу буйынса эшмәкәрлек алып бара. Бының өсөн элекке алымдар ҙа, заманса технологиялар ҙа ҡулланыла.  

Ҡайһы бер урындарҙа ҡырағай йәнлектәрҙең йәшәйешен күҙәтеү өсөн видеоҡапҡандар ҡулланыла, ә бына Федоровка районындағы заказникта башлыса боронғо ысулға өҫтөнлөк бирелә. Иң тәүҙә инспектор ҡарҙағы эҙҙәрҙе юйып сыға, иртәгәһенә яңы барлыҡҡа килгәндере  буйынса йәнлектәрҙең иҫәбе барлана. Һәр эҙ махсус картаға индерелә, ошо рәүешле ниндәй йәнлектәрҙең артыуы йә кәмей барыуы асыҡлана.

Февраль бурандары белгестәргә тулы статистика алып барыуға ҡамасаулай.  Шулай ҙа хәҙер эште тиҙерәк башҡарып сығыу өсөн тәбиғәт һаҡсылары саңғыларҙан ҡаргиҙәрҙәргә күсеп ултырған.  Ҡырағай хайуандарҙы иҫәпләү ҡыш аҙағына тиклем алып барыласаҡ. Ә яҙғылыҡҡа кейек-януарҙар тураһында аныҡ мәғлүмәттәр иғлан ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика