Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» хужалығында һауым күрһәткестәре йылдам арта

Ҡырмыҫҡалы районының  «Артемида» хужалығында һауым күрһәткестәре йылдам арта 03.05.2017

Комплекста башлыса голштин тоҡомло малдар аҫрала. Яңыраҡ Калининградтан тағы ла 247 баш башмаҡ һатып алына, улар Башҡортостандағы тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлашты,-ти ферма зоотехнигы Гөлшат Ҡолшәрипова.

Әлегә заманса йыһазландырылған ҡураларҙа меңгә яҡын баш һауын һыйыр иҫәпләнә. Һәр ҡайһыһы тәүлегенә илле литр һөт бирә. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, хужалыҡ яҙғы сәсеү эштәренә лә дәррәү тотонған. Киләсәктә һауым залын яңыртып, быҙауҙар өсөн тағы ла бер ҡура төҙөләсәк. Юғары сифатлы һөттө тапшырыу буйынса проблемалар юҡ. Етештереү күләмен тағы ла арттырыу күҙаллана.
Быйыл бер һыйырҙан һауымды йылына туғыҙ мең литрға тиклем арттырыу планлаштырыла. Хужалыҡта эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Бар система автоматлаштырылғанға күрә, эштең ауырлығы юҡ,- ти һауынсы Ғәлиә Мөхәмәтйәнова.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика