Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Башҡортостан Үҙәк МТС филиалында иген урыу эштәре тамамланыу өҫтөндә 08.08.2014

Предприятиеның  27 мең гектар майҙан ере бар, шуның 9 гектары - Ҡырмыҫҡалы районында. Быйыл ауыл хужалығында Ҡырымдан да игенселәр эшләй. Башҡортостан вәкилдәре шефлыҡҡа алған райондың ауыл хужалығы техникаһы паркын 15 комбайн, өс «КамАЗ» һәм сервис агрегаты менән тулыландырҙы. Июлдә республиканан 15 игенсе ярымутрауға  уңыш йыйырға барғайны. Йылы яҡтан 13 механизатор беҙгә тәжрибә тупларға килде.  

Ҡырымдан Юрий Синдеевтың механизатор булараҡ хеҙмәт стажы 11 йылдан ашыу. Быға тиклем тыуған ерендә «Нива» комбайнында эшләргә тура килгән. Әле ул Башҡортостанда заманса техникала тәжрибә туплай.
Юрий Синдеев, механизатор /Ҡырым/: «Бында эшләүе оҡшай. Йәшәү һәм эшләү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Эш түгел, ял тип атар инем. Ҡырымға Башҡортостан эшселәре килгәндә ҙур оҫталыҡ тупланым. Рәхмәт уларға».
Йылы яҡта үҫтерелгән уңыштың  гектар ҡеүәте 30-35 центнерҙан да артып киткән. Ҡырымда бер  ай ярым эсендә Башҡортостан механизаторҙары 9 мең гектар майҙанда эш башҡарҙы, 20 мең тонна ашлыҡ йыйҙы. Унда эшләүсе Башҡортостан игенселәре яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтты. Ҡырым игенселәренә лә  беҙҙең яландарҙа тәжрибә туплау - ҙур ҡыуаныс.
Ямғырлы көндәр, әлбиттә, иген урыу эштәрен тотҡарлаған. Шулай ҙа улар һуңғы аяҙ көндәрҙе тулы ҡеүәттә  файҙаланып ҡалырға тырыша.
Заманса комбайндар тулыһынса автоматлаштырылған. Шуға ла иген урыу эштәрен күпкә еңеләйтә. Комбайн борт компьютеры ярҙамында эшләй. Экранда агрегаттың сәғәтенә күпме ер эшкәртеүе һәм башҡа мәғлүмәт күренә. Яғыулыҡҡа килгәндә, комбайн 1 гектар ергә 10-12 литр яғыулыҡ ҡуллана. Һәр игенсе көнөнә 25 гектар ер эшкәртә.
Ҡырым механизаторҙары хәҙер заманса техника менән файҙаланыуҙы тулыһынса үҙләштергән. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән дә уртаҡ тел тапҡан. Яҡтар дуҫлығы ҙур башланғыстарға  нигеҙ булып тора, ти игенселәр.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика