Ямғырҙар мал аҙығы әҙерләргә ҡамасаулай

Ямғырҙар мал аҙығы әҙерләргә ҡамасаулай 26.06.2017

Балтас районы аграрийҙары һауа торошона яраҡлашып, сенаж һалыу эшен башлаған.Ҡойма ямғырҙар арҡаһында бесән сабыу аҙаҡҡа ҡалдырылып тора. Былтыр был ваҡытҡа мал аҙығы әҙерләү  85 процент  башҡарылһа, быйыл маҡтанырлыҡ түгел. Йәйге баҫыу эштәренә  техника әҙер, яғыулыҡ етә, ямғыр туҡтаһа эште ике сменала ойоштороу күҙаллана, тип белдерәләр  район  хакимиәтенән.

Балтас районында 14 яуаплылығы сикләнгән, 43 фермер хужалығы эшләп килә. Ҡомъяҙы ауылында йәшәүсе Илнур Усманов фермерлыҡ менән бер нисә йыл элек  шөғөлләнә башлаған.  Комбайн, Беларус  һәм башҡа техниканы ул  үҙ ҡулы менән йыйған. Бесән преслаусы ҡоролманы субсидияға һатып  алған. Фермер ҡуртымға бирелгән  200 гектар сәсеүлек  ерендә    арпа, һоло һәм  бойҙай сәскән. Хужалыҡ күпләп мал да тота. Бөтә эште йәш ғаилә үҙе алып бара, ситтән бер  кеше генә йәлеп ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку