Яғыулыҡҡа хаҡ артыуы һәм яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан ауыл эшсәндәре үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тейеш

Яғыулыҡҡа  хаҡ  артыуы һәм яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан ауыл эшсәндәре үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тейеш 13.08.2014

Әле республика баҫыуҙарында ужым культураларын урыу, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә.

Салауат  Рәхимов  яңы  комбайнда  эшләүе еңел дә, күңелле лә ти. Ул Әлшәй районының «Красный Клин» агрофирмаһында  дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләй, хужалыҡтағы бөтә техника менән дә оҫта эш итә. Әле механизаторҙар ужым культураларын  йыя. Һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре ун мең гектар майҙанды урып та өлгөргән. Гектарҙың уртаса ҡеүәте 20 центнер.
Хужалыҡта шулай уҡ  сенаж әҙерләү, бесән сабыу, уны рулонға урау ҙа әүҙем бара. Ялан батырҙары һәр көндөң ҡәҙерен белә. Район татлы тамыр әҙерләү буйынса республикала  алдынғыларҙан  һанала. Әлшәйҙә  ете мең гектар сөгөлдөр баҫыуы бар. Шәкәр заводы уңышты ҡабул итергә әҙер.  
«Красный клин» хужалығында 1200 баш мал иҫәпләнә. Бөгөн Ниғмәтулла ауылындағы 250 һауын малын арттырып һөт эшкәртеү фермаһы асырға иҫәп тота улар.
Илнур Йосопов, «Красный клин» агрофирмаһы директоры: «Санкциялар индереү беҙгә яңы мөмкинлектәр асты. Беҙ быны бик хуплайбыҙ. Ауыл хужалығы тауарҙарыбыҙ үҙ баһаһын алыр тип уйлайбыҙ».
Буласаҡ уңыштың яҙмышын «Красный Клин» хужалығы әле хәл итә. Уларҙың баҫыуҙарында эш туҡталмай. Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре ужым культураларының 600 гектарын сәсеп тә өлгөргән.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика