Яҙғы сәсеү кампанияһына ваҡыт һынаулы ғына ҡалып бара 27.03.2015

Дәүләкән районы ауыл хужалыҡтары ла баҫыу эштәренә әҙер тиерлек.  

Көҙгө урып-йыйыу эштәренән һуң бер аҙ таушалған тимер аттар ентекле тикшереү үткән дә инде. Әле ауыл эшсәндәре яҙғы сәсеү кампанияһына йәлеп ителәсәк, күптән түгел һатып алынған заманса техникаларҙы ҡараштыра. Мөҙәрис Муллайәнов ауыл хужалығында бала сағынан эшләй.
Йыл хужалыҡ өсөн уңышлы башланды. 500-ләп баш һыйыр быҙаулаған. Улар мал һанын ишәйтһә, күпмелер өлөшө һатылған. Йәш малды башлыса һөт етештереү буйынса махсуслашырға иҫәп тотҡан яҡын аралағы райондар һатып алған.
Владимир Рихтер, «Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Беҙҙә өс төр тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Улар барыһы ла һөт етештереү буйынса  махсуслашҡан. Быҙауҙар йәшенә ҡарап айырым аҫрала. Ҡайһы берҙәрен һимертеү өсөн дә тотабыҙ».
Хужалыҡта етештерелгән һөт һәм ит продукцияһын реализациялау уңышлы хәл ителә. Улар урындағы ойошмаға оҙатыла. Көс түгеп етештерелгән продукцияның эш итеүгә етди ҡарай ауыл эшсәндәре.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика