Яҙғы сәсеү эштәренә сығымдар 8 миллиард һум самаһы тәшкил итер тип көтөлә

Яҙғы сәсеү эштәренә сығымдар 8 миллиард һум самаһы тәшкил итер тип көтөлә 22.04.2016

Былтырғы менән сағыштырғанда, был 15 процентҡа күберәк. Сумманың яртыһын тармаҡ предприятиелары үҙҙәре күтәрә ала, ә 4 миллиардты бюджеттан һәм кредит ресурстарынан йәлеп итеү күҙаллана.

Республика аграрийҙары 10 апрелдән баҫыу эштәренә тотонған. 46 муниципаль районда дым ҡаплау бара, майҙандарҙың 35 проценты эшкәртелгән. Төбәктең көньяғында яҙғы иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш сәсеү башланған. Шул уҡ ваҡытта бөтә ерҙә лә баҫыу эштәре әүҙем бара тип әйтеп булмай, компанияны техниканың ваҡытында әҙерләнмәүе тотҡарлай.
Бынан тыш, көньяҡ-көнсығыш һәм төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа яғыулыҡ мәсьәләһе лә киҫкен тора. Бында 80-се маркалы бензин юҡ.   Ә Сибай, Мөрсәлим, Кумертау һәм Раевка нефть базаларында дизель яғыулығы ла юҡ. Быйылдан хужалыҡ етәкселәре, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы белгестәренә ҡуйылған талаптар ҙа арта, эштәрҙе планға ярашлы үтәмәү, ҡуйылған һөҙөмтәләргә өлгәшмәгән осраҡта шәхси яуаплылыҡ ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика