Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек былтырғы етешһеҙлектәрҙе күҙ уңында тотоп алып барылырға тейеш

Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек былтырғы етешһеҙлектәрҙе күҙ уңында тотоп алып барылырға тейеш 01.02.2018

Был турала Республика башлығы бөгөн  ауыл хужалығы министрлығының йыл йомғаҡтарына һәм сәсеү компанияһына арналған ултырышында белдерҙе. Сөнки тәжрибә күрһәтеүенсә, юғары етештереүсәнлектең кире яғы ла булыуы мөмкин. Мәҫәлән, былтырғы мул уңыш  игенгә хаҡтарҙың ныҡ төшөүенә килтергән. Ултырышта инвестициялар, кадрҙар хаҡында ла һүҙ барҙы.

Бураларға 4 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған,  1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Был һуңғы йылдарҙа булмаған күрһәткес. Етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме лә 170 миллиард һумдан артып киткән.
Тик юғары етештереүсәнлектең кире яғы ла булып сыҡты, тәҡдим менән ихтыяж тура килмәгәндә. Мул уңыштан һуң ҡайһы бер иген культураларына хаҡ 50 процентҡа төшкән. Һөҙөмтәлә күп хужалыҡтар сәсеүгә китткән сығымдарҙы ла ҡаплай алмай. Шуға күрә ултырышта  киләсәктә баҙар иҡтисадын иҫәпкә алып эшләү бурыс ҡуйылды.  
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, эшкәртеү ҙә аҡһай. Ә республикала емеш-еләк киптерергә, джем, повидлолар ҡайнатырға, балалар аҙығы етештерергә мөмкин. Аграр секторҙы үҫтереүҙә ғилми асыштарҙы индереү мотлаҡ. Әле  ауыл хужалығы предприятиеларының ни бары ете тиҫтәһе генә фәнгә нигеҙләнеп эшләй. Ә бөгөн ғалимдар  бизнесҡа 100-ләп эш технологияһы тәҡдим итергә әҙер.  Кадрҙар мәсьәләһен дә камиилаштырыу мөһим. Башҡортостанда   махсус үҙәк тә ойошторола, ул белгестәрҙең һөнәри кимәлен баһалау һәм камиллаштырыу менән шөғөлләнәсәк.  
Инвестицияларға килгәндә, әле ауыл хужалығында 21 өҫтөнлөклө проект тормошҡа ашырыла. Республикала кооперативтар төҙөү буйынса  ла эш тә йәнләндерелергә тейеш. Әле 800 ауыл биләмәһенең 300 генә кооперацияны үҫтерергә  әҙер.  Рөстәм Хәмитов сәсеүгә әҙерлек мәсьәләһен айырым иғтибарға алды, ҡар ҡатламы йоҡа,  ужым культураларының торошон ҡарау, сәсеү майҙандарын әҙерләү кәрәк. Былтырғы етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып.
Ауыл хужалығы эшсәндәрен алда яуаплы осор-яҙғы баҫыу эштәре көтә. Көс түгеп үҫтерелгән уңыш республика иҡтисадына файҙа килтерһен, бураларҙа ятып әрәм булмаһын өсөн стратегик планлаштырыу мөһим. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, юғиһә, һөҙөмтә булмаясаҡ. Шуға күрә киләсәккә ҡараш ташлап, баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк. Етештереүҙе генә түгел, эшкәртеүҙе лә яйға һалыу мотлаҡ. Ошо йүнәлештәге  программа ҡабул итеү ҙә талап ителә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку