Йүнсел ғаилә ил биҙәге

Йүнсел ғаилә ил биҙәге 19.12.2016

Ауырғазы районында йәшәүсе Ғәзизуллиндар бынан бер-нисә йыл элек ҡола яланда ферма төҙөп, бөгөн уның  уңыштарын барлай.

Йәшелсә үҫтереү менән бергә бер-ике баш малдан башланған шөғөл хәҙер ҙур хужалыҡ булып үҫешкән. Ғәзизуллиндар фермерлыҡ эшенә көтмәгәндә тотона. Әлбиттә, бер нәмә лә еңел бирелмәй. Шулай ҙа ҡасандыр зоотехник булып эшләгән ғаилә башлығының ауыл хужалығы тармағын белеүе ныҡ ҡына ярҙам итә.
Быйыл хужалыҡ һөт үткәргес ҡоролмаларын алыуға өлгәшә. Эш үҙен аҡланы, ти хеҙмәткәрҙәр. Һауылған һөттөң бер тамсыһы ла ергә түгелмәй фильтр аша үтеп, тура һыуытҡысҡа төшә.
Әлеге көндә тәүлегенә 750 литр һөт һауып алына. Аҡты ҡулаҡсаға алмаштырыу ҙа уңышлы хәл ителә. Ул урындағы һөт заводына 20-22 һумға оҙатыла. Был хужалыҡты үҫтереүгә лә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын ваҡытында түләүгә лә етә. Әйткәндәй, ауылдағы буш ятҡан урында яңы ферма ҡалҡып сығыуы, халыҡты ла эшле итә. Ҡышҡы миҙгелдә 8 кешегә эш урыны булдырылһа, йәйге көндәрҙә эшсе көстәр күберәк йәлеп ителә.
Киләcәктә ғаилә 110 баш һыйырға иҫәпләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған мал һарайын төҙөмәксе. Уға әле үк нигеҙ һалынған. Был киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйған хужалыҡта эш урындара тағы ла арта тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку