Урман сәнәғәтен үҫтереү мөмкинлектәре 15.11.2014

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү комплекслы программаһы сиктәрендә Ҡариҙел районында сираттағы күсмә семинар үтте. Кәңәшмә урман хужалығындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә  арналды.

Рәмил Ильясов Ҡариҙел районының Муллаҡай ауылынан. Ағас эшкәртеү предприятиеһы ҡайтанан тергеҙелгәс хужалыҡҡа ул тәүгеләрҙән булып эшкә килә. Был ерҙә ҡасандыр, гөрләп торған һал ағыҙыу ойошмаһы була, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда эшмәкәрлек туҡтап ҡала. Уның менән бергә ауылдың да ҡото китә. Тиҫтәләрсә йылдар буш торған майҙанға инвестор йәлеп ителгәндән һуң боҙ урынынан ҡуҙғала.
Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү программаһы сиктәрендә Ҡариҙел районында күсмә семинар үтте.  Килгән ҡунаҡтар төбәктең бер-нисә ағас эшкәртеү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Ә бындай әҙер продукция һаҡлана. Ишек, тәҙрә рамдары, ағастар евро тәҙрәләр. Фабрика стандарттарынан берҙә айырылмаған продукция республиканың төрлө төбәктәренә оҙатыла.
Ҡайындан эшләнгән был тауар мәҫәлән, илдең 300-ҙән ашыу ҡалаһында һәм сит илдәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана.    
Иң мөһиме ауыл халҡын эш урындары тәьмин итеү. Әлеге ваҡытта Ҡариҙел урман эшкәртеү тармағында 500-ҙән ашыу кеше эшкә йәлеп ителгән. Уртаса хеҙмәт хаҡы 14 мең һум самаһы. Ул үткән йыл менән сағыштырғанда, 26 процентҡа күберәк. Күсмә кәңәшмәнең пленар өлөшөндә  төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә урман сәнәғәтен үҫтереү юлдары ҡаралды. Диалог эшлекле һәм рәсми шарттарҙа үтте. Урманды тергеҙеү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре, шулай уҡ ағас күләмен арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.
Шулай ҙа төп бурыс Урман хужалығында закон боҙоуға юл ҡуймау. Мәсьәлә шишәмбе Өфөлә Рәсәйҙең именлек советы секретары Николай Патрушев рәйеслегендәге кәңәшмәлә лә күтәрелде. Илдә урман ресурстарының һөҙөмтәһеҙ ҡулланылыуы, урман сәнәғәте комплексының эшмәкәрлеге ағас әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалыуы, тәрән эшкәртеү яйға һалынмауы билдәләнде. Тейешле кимәлдә контроль булмау сәбәпле, тармаҡта закон боҙоуҙарға юл ҡуйыла. Был йәһәттән, Николай Патрушев Башҡортостаның урман хужалығында эштең ыңғай яҡҡа үҙгәрә барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә был өлкәлә башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Ҡариҙелдәге семинар урмансыларҙы борсоған ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индерҙе.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика