Ураҡ урыуҙары бик ауыр, бесән сабыуҙары бер дәүер, тигән әйтем йөрөй халыҡта 05.08.2016

Әммә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Ҡыуандыҡ Әбдрәхимовҡа бесән эшләп, етәрлек кимәлдә мал аҙығын туплау бер ни ҙә тормай, йүнсел үҙ ҡулдары менән бесән сабып йыйыу өсөн техника уйлап ҡора.  

Йәй ауыл кешеһе өсөн үтә лә тынғыһыҙ, мәшәҡәтле осор. Был ваҡытта һәр ғаилә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мең мәшәҡәттәр менән йәшәй. Ауыл халҡының төп табыш сығанағының  береһе малсылыҡ икәнлеген иҫәпкә алғанда, етерлек күләмдә мал аҙығы туплау - мөһим бурыстарҙың береһе.  Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов бесән сабыуҙы еңеләштереү тураһында күп уйланғандан һуң техника йыйып ҡарарға була.
Үҙ ҡулдары менән ҡоролған бәләкәй генә техника ҡеүәтлеләрҙән бер нимәһе менән дә айрылмай. Ҡайһы бер уңайлыҡтарына ҡарағанда хатта сит илдекенән дә ҡалышмай.  
Бөгөн алтын ҡуллы тимер  оҫтаһының бесән сабып, йыйып алыуға ҡулайлаштырылған ике берәмек техникаһы бар. Ҡоролмалар  еңел машина запас частәренән йыйылғанған, уларҙың тиҙлек режимы ла шәп, юл йөрөү өсөн дә еңел. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫәпкә алған оҫта салғыларҙы ла йыйылмалы итеп эшләнгән. Техника менән ҡоралланған кешенең, билдәле, эше лә ырамлы, әле йүнсел үҙ хужалығына етәрлек кимәлдә  мал аҙығы туплағандан  һуң, күрше күләнгә ярҙам итә. Уның хеҙмәтенә ихтыяж ҙур.
Атаһынан күргән, уҡ юнған тигәндәй һигеҙенсе класты тамамлаған Илнар ҙа атаһына ҙур ярҙамсы. Миҙгелле осорҙа  ғаилә бюджетын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Үҙҙәре уйлап сығарған бесән сабыу  техникаһы менән  ул да бик оҫта идара итә.
Был төбәктә  үҙенең алтын  ҡуллы, фантазияға  бай булыуы менән дан алған Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов киләсәккә лә ҙур пландар   менән йәшәй. быйылғы йылда  ҡыш миҙгеленә  ул  ҡар  таҙартыу  техникаһын уйлап сығарырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика