Һуғымға ҡуян ите 10.11.2015

Яңауыл районында  йәшәүсе ғаилә ғәҙәти мал ҡарауҙан баш тартҡан. Әле уларҙың ихатаһында бер көтөү йорт ҡуяны. Хужалар һис кенә лә зарланмай.

Прогресс ауылынан Тәнзилә һәм  Рәмис Имамовтар  хаҡлы ялда. Олоғая төшкәс  ихатала һыйыр аҫырау ауырая. Шуға ла ғаилә ағзалары үҙ-ара  кәңәш ҡороп, шеш ҡолаҡ алырға ҡарар итә. Ите лә бар, мамығы ла сыға. Икеләтә файҙа күрербеҙ, тип килешә ауыл эшсәндәре.
Хужаларҙың  ҡуяндарға ҡулы килешә. Шешҡолаҡтар үрсей башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  уларҙың һаны 70-кә етә . Ҡуяндар өсөн иркен кәртә төҙөлгән. Тоҡом биреүсе йәнлектәр иһә айырым ситлектә тотола. Туҡланыу рационы ла ныҡлы уйланылған.
Сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер, әҙерәк кенә бесән һәм тал сыбығы менән туҡлана шеш ҡолаҡтар. Әле Имамовтар хужалығында 40-лаған йорт ҡуяны иҫәпләнә. Ҡышҡылыҡҡа уларҙы бер аҙ кәметеп торҙоҡ, ти хаҡлы ялдағылар. Имамовтар ғаиләһе, ғөмүмән, оло йәштәгеләр өсөн йорт ҡуяндары  ҡарау табышлы һәм уңайлы шөғөл тигән һығымтаға килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика