Һуңғы йылдарҙа илебеҙ фермалар өсөн тоҙҙо ла сит илдәрҙән килтерә башлағайны

Һуңғы йылдарҙа илебеҙ фермалар өсөн тоҙҙо ла сит илдәрҙән килтерә башлағайны 07.01.2015

Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан ителеп күп тә үтмәне, Башҡортостан ауыл хужалығы ғалимдары үҙ фекерен белдерҙе. Ябай тоҙ шаҡмаҡтарын улар күпкә байыраҡ ҡушылмалар менән тулыландырҙы. Һөттөң 20, мал ауырлығының 20-28 процентҡа артыуын ғалимдар яҡшы һөҙөмтә тип иҫәпләй.

Йәнлектәр үҙ көнөн үҙҙәре күрергә мәжбүр. Ә инде шәхси ҡура йә фермалағы малдың туҡмы,асмы тороуы кеше ҡарамағында.Күмәк йә фермер хужалыҡтарындағы мал аҙығын күптәр бөгөн лабороторияла тикшермәй,уны нисек етте шулай әҙерләй.Рационды көйләүсе матдәләр ҙә онотола төштө.
Малсылыҡ комплексында, фермаларҙа әлегә тиклем малдарҙың рационын тулылындырыу өсөн ябай төҙ бирәләр ине.Башҡортостан ауыл хужалығы институты ғалимдары ошо тоҙҙоң яңы төрҙәрен уйлап сығарҙы. Был, - ти улар, илебеҙгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларға беҙҙең яуап.
Оҙон ҡыштан һуң йәшел үләнгә сығарыуҙы мал организмы ауыр кисерә. Был мәлдә продуктлылыҡ та кәмеп тора, бигерәк тә магний, кобальт, цинк, баҡыр һәм селен етешмәй, ти белгестәр.
Фермаларҙа әлегә тиклем ҡулланылған ябай тоҙ һуңғы 30 йылда  сит  илдән килтерелә ине.Башҡортостанға уны оло сығымдар менән Мәскәү өлкәһенән ташынылар.Уның байытылған составлыһын сығара башлаусы предприятиеләр әлегә бик әҙ.
Малдар яратып ашай торған «лизумин»тоҙо 1-ҙән алып 5-кә тиклемге һандар менән билдәләнә. Улар республика төбәктәренең геграфик үҙенсәлеген иҫәпкә алып сығарыла. Минераль тоҙҙарҙың ҡышҡы һәм йәйге төрҙәре бар.Импортҡа алмаш ит етештереүҙә республика Хөкүмәте ҡошсолоҡ тармағына ла ҙур өмөттәр бағлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының был тәңгәлдә лә яҡшы асыштары бар.Ҡош-ҡорт аҙығына ҡушыла торған  циолит фракциялары себештәрҙең үлемен кәметә, йомортҡа ҡабығын нығыта, йорт ҡоштары организмынан ағыулы матдәләрҙе сығара. Артым алыуға ла тулы гарантия бирелә. Әйткәндәй, күрше республика һәм өлкәләрҙә булмаған циолиттың Башҡортостанда биш ятҡылығы бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика