Һуңғы йылдарҙа Ейәнсура районында ла ике тиҫтәнән ашыу фермер грант алыуға өлгәшкән 23.08.2016

Ете йыл элек йәш пар кредитҡа 357 ҡаҙ һатып алып, бер айҙан бурыстарын да ҡайтарып, шаулатып туй туй үткәрә. Бөгөн Ләйсән менән Хәйҙәр Йосоповтар районда иң тырыш ғаиләләр рәтендә. Әлбиттә, тәүәкәл йәштәргә 400-ләп ҡаҙ, алты һыйыр, алты ат аҫрау, 74 гектар ерҙе эшкәртеү  еңел бирелмәй. Уларға үҫмер йәштәге  улдары ярҙамлаша.

Йосоповтар ике ай элек крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ойоштороуға һәм үҫтереүгә грант алыуға өлгәшә.
Ғаилә миллион ярым аҡсаны техника кәрәк-яраҡтарына әйләндерә, әле ун биш баш сементаль тоҡомло һыйыр ҡайтарырға иҫәп тота.
Ошо уҡ ауылда былтыр өс ғаилә башланғыс фермер программаһы нигеҙендә миллион ярымышар һум  грантҡа эйә була. Йүнселдәр бергәләп һөтсөлөк фермаһын аса. Бөгөнгө көндә хужалыҡта йөҙ баштан  ашыу тоҡомло һыйыр иҫәпләнә, һәр тана көнөнә ун биш литрҙан ашыу һөт бирә.
Өс йыл эсендә программа буйынса районда тиҫтәнән ашыу эшҡыуар үҙ эшен аса, яңы эш урындары булдырыла.
Уңған, тырыш, сәмселдәр эшҡыуарлыҡ идеяларын һәм проекттарын Ауыл хужалығы министрлығының махсус комиссияһына ҡыйыу тәҡдим итә ала. Тәжрибә күрһәтеүенсә, тапшырылған гранттар ауыл хужалығын үҫтерергә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика