Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында төҙөлгән тирмәндәр әлеге ваҡытта башлыса ябыҡ тора

Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында төҙөлгән тирмәндәр әлеге ваҡытта башлыса ябыҡ тора 22.03.2016

Баймаҡ районында ла тиҫтәләгән тирмәндең бер нисәһе генә эшләй. Шул уҡ ваҡытта белгестәр, тирмәндәр эшен тергеҙеп, үҙ икмәгеңде һатыуға сығарыу, фермерлыҡтың  бер йүнәлеше була ала, тигән фекерҙә.

Әүәле ауылда тирмән урындағылар өсөн мөһим урын биләһә, һуңғы йылдарҙа уның   кәрәклеге ҡалманы тиерлек.  Сөнки  хәҙерге заманда  һәр кем ауыл  тирмәненә  ҡарап ултырмай, ҡул аҫтында машина, ҡайҙа теләй, шунда барып  үҙенә кәрәкле аҙыҡ-түлекте алып ҡайта. Райондың  алдынғы хужалыҡтарының береһе Ленин исемендәге АХК-да  тирмән 92-се  йылдан алып  эшләп килә.  Ҡасандыр бында  ла тирмән ҙур һорау  менән ҡулланылған. Хәҙер иһә тирмәндә   он  эшселәргә икмәк бешереү   өсөн  йәиһә  эш хаҡын түләүгә генә  етештерелә.
Шайморат Исмәғилев  быйыл   бишенсе йыл тирмәнсе  булып эшләй. Эше  үҙенә күрә яуаплы. Сөнки  халыҡты    таҙа он  менән  тәьмин итеү  уның хеҙмәтенә  бәйле.
70-80 йылдарҙа күпләп төҙөлгән тирмәндәр ,  хәҙер районда бер нисәү генә. Был иһә  колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуы, тирмәндәрҙең үҙ эшмәкәрлеген аҡламауы, ауыл хужалығында  йәш белгестәрҙең булмауына  бәйлелер, күрәһең. Урындағы халыҡҡа  иген һатып алып, уны һалдырып торғансы, сауҙа нөктәләренән  һатып алыу күпкә уңай һәм арзанға ла төшә.
Хәҙерге заманда  игенселек  менән  шөғөлләнеп, он тарттырып, үҙ икмәгеңде   һатыуға сығарыу  фермерлыҡтың бер йүнәлеше була ала,  ти белгестәр.   Ундай йүнселдәр беҙҙең  районда  ла бар. Тик тирмән ҙур килем килтермәгәс, уны тәүәкәлләп шөғөлләнгәндәр һирәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку