Теориянан практикаға 12.07.2014

Йәйге сессия ябылып, уҡыу тамамланһа ла, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы студенттары ял итергә ашыҡмай. Бер ай дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр крәҫтиән -фермер хужалыҡтары эше менән таныша, ә ҡайһылары хатта урып-йыйыу эштәрендә лә ҡатнаша.

«Толпар» яуаплылғы сикләнгән йәмғиәттә 850 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Көнөнә бында 250 литр һөт һауыла. Ойошма бер нисә йыл дауамында файҙалы эсемлек- ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнә.  Фермала ҡул көсө талап ителмәй, бар эш автоматлаштырылған. Студентар бейә һауыу, ҡымыҙ бешеү серҙәренә төшөнөү өсөн бер көндө ойошма хеҙмәткәрҙәре менән үткәрҙе.
Төбәкте юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү өсөн  5 йыл элек Сибай ҡалаһында Башҡорт дәүләт аграр университетының филиалы булдырыла. Бында белем алыусы студенттар йыл һайын Урал аръяғы машина-трактор станцияһы, башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, фермер хужалыҡтарында теоретик белем практика менән нығыта.
Буласаҡ ер белегестәре өсөн бындай практика өҫтәлмә белем алыу, шулай уҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеген дә бирә. Ҡыҙыу эш мәлендә хужалыҡтар өсөн дә өҫтәлмә эшсе ҡулдар файҙа ғына.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика