Техниканы әҙерлек һыҙығына

Техниканы әҙерлек һыҙығына 16.01.2017

Республика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу кампанияһына әҙерлек йылдам бара. Механизаторҙар трактор, тағылмаларҙы билдәле ваҡытҡа ремонтлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Өфө районы хужалыҡтарының береһе эштең 40 процентын теүәлләгән дә инде.

Юлды төҙөкләндереүсе лә, техниканы әйҙәүсе лә, хатта уны ремонтлаусы ла гүзәл зат. Һүҙебеҙ совет заманы йылдарындағы фильм йәки фотоһүрәт геройы тураһында түгел, ә «Алексеевка» хужалығында эшләүсе замандашыбыҙ хаҡында. Ун йылдан ашыу токарь булып эшләгән Олеся коллективта  абруй ҡаҙанған. Ә Алмас Дәүләтгәрәев республиканың ауыл хужалығы ныҡлы үҫешкән Саҡмағош районынан. Хужалыҡта ул 2000 йылдан алып эшләй. Бәләкәйҙән атаһынан күреп техника менән мауыға. Тәүге тапҡыр техника үҙләштергән ваҡыттарын ул күҙ йәштәре аша иҫкә ала.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта 114 төр берәмек техника иҫәпләнә. Уларҙың 39-ы яҙғы-баҫыу эштәренә сығасаҡ. Ремонтҡа һәм техник хеҙмәтләндереүгә механизаторҙар бар көсөн һала
Механизаторҙар ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерләгәндә,  предприятие теплицаларында мул уңыш йыйыла.
Ҡыяр хужалыҡта бөжәктәрҙән ярҙамында һеркәләндерелә. Мәҫәлән, ике гектар майҙанды биләгән был теплицала биш ошондай махсус йәшниктәр урынлаштырылған. Ул иңкеш ояһы. Кәм тигәндә бер йәшниктә 40-50 тирәһе иңкеш оялаған. Улар теплица шарттарында 3-4 айға тиклем йәшәй.
Иртәнсәк кенә ауыл эшсәндәре бында 200 килграмдан ашыу ҡыяр йыйып алып, район-ҡала магазиндарына оҙатҡан. Ә киләһе уңыш  ике көндән әҙер буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку