Татлы тамыр өлгөргән

Татлы тамыр өлгөргән 13.10.2017

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу ҡыҙа бара. Шишмә шәкәр заводы ғына тәүлегенә 6 мең тонна самаһы сеймал ҡабул итә. Йәйҙең ямғырлы булыуы быйыл был техник  культураның өлгөрөүен дә тотҡарланы. Әммә уңыш кимәле юғары.

Сөгөлдөр йыйыу операторы Ринат Әминев идара иткән комбайн татлы тамыр баҫыуы буйлап үтә. Һабағы йәшел күренһә лә тамыры күптән өлгөргән, ямғырҙарға тиклем йыйып өлгөрөргә кәрәк тип шаярта ул.

Район буйынса уртаса гектар ҡеүәте 350 центнер самаһы. Йылына ҡарап был бик яҡшы күрһәткес  тип шатлана агрономдар. Йәйҙең ямғырлы булыуы культураның өлгөрөүен бер аҙ тотҡарлаған, шуға ла үҫтерелгән уңышты йыйып алыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша ауыл эшсәндәре.

Шишмә шәкәр заводы боролошонда иртәнге сәғәттәрҙән татлы тамыр тейәгән йөк машиналары сиратҡа баҫа. Мәхмүт Ханнанов Бүздәк районынан. Үҫтерелгән уңышты килтереп еткереү өсөн уға йөҙ саҡырым самаһы юл үтергә тура килгән.

Шишмә шәкәр заводында әле сеймал әҙерләү эштәре ҡыҙған мәл. тәүлегенә предприятиела 6 мең тонна  сөгөлдөр ҡабул ителә. Татлы тамырҙы күрше Благовар, Бүздәк хатта Ҡырмыҫҡалы райондары тап Шишмәгә оҙатыуҙы хуп күрә.

Заводҡа килгән сеймал лабароторияла  махсус тикшереү үтә. 40 йылдан ашыу предприятиела эшләгән Земфира Әбйәлетдинова сөгөлдөр сифатының бар нескәлектәрен белә. Быйыл ерҙә дым күп булыуға ҡарамаҫтан, тамырҙар балланып өлгөргән ти ул.

Яуым-төшөмгә бәйле ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан республикала үҫтерелгән уңышты йыйып алыу эштәре  ахырына яҡынлаша. Иген урыу тулыһынса тиерлек тамамланған. Сөгөлдөр, кукуруз, көнбағыш кеүек культураларҙы йыйыу  дәррәү бара.

Ауыл эшсәндәре көҙгө сыуаҡтың һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Көндән-көн ҡыш һулышы нығыраҡ һиҙелә. Ҡалған эшкә ҡар яумаһын, өсөн өлгөрөп ҡалырға кәрәк ти улар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку