Табип кешене дауалай, ә мал табибы бөтөн кешелекте, тиҙәр

Табип кешене дауалай, ә мал табибы бөтөн кешелекте, тиҙәр 03.09.2015

Заманса йәмғиәтте ветеринарҙарһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Кешелек донъяһын зарарһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү,  йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, тирә-йүнде бысраныуҙан һаҡлау, хайуандар сәләмәтлеген ҡайғыртыу  тап уларҙың көндәлек хеҙмәте. Ошо көндәрҙә мал табиптары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан республиканың ветеринар хеҙмәте Һөнәр буйынса иң яҡшыларҙы билдәләне. Был исемгә йыл буйына барған конкурс еңеүселәре лайыҡ булды.

Малдарҙы дауалау тураһында  Вадим оҙаҡ һөйләй ала. Билдәле мал табиптары династияһында үҫкән егет үҙ тәжрибәһендә  боронғо халыҡ алымдарын да заманса ысулдарҙы ла ҡуллана. Ветеринар һөнәре минең бала саҡ хыялы ине, ти ул.
Ветеринарҙың  ҡарамағында Артемида хужалығының өс меңдән ашыу һыйыр малы. Һау-сәләмәт быҙауҙар үҫтереү, малдарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү, дауалау өсөн дә Вадим һәм уның ярҙамсылары яуап бирә. Һауып алынған һөттөң сифатын да ҡулланыусыларға оҙатҡанса тиклем ветеринарҙар тикшерә. Тимәк халыҡ сәләмәтлеге лә уларҙың көндәлек эшенә бәйле.
Ветеринарҙарҙың тырышлығын етәкселек тә юғары баһаланы. Һөнәр оҫталығы конкурсында Вадим производстволағы иң яҡшы мал табибы исеменә лайыҡ булды. Һөнәри байрам алдынан иң яҡшы ветеринарҙарҙы тәбрикләү матьур йолаға әйләнгән. Быйыл конкурста төрлө номинацияларҙа ун һигеҙ хеҙмәткәр еңеп сыҡҡан. Был бәйге һөнәрҙең абруйын арттырыуға булышлыҡ итә, ти ойоштороусылар. Сөнки ветеринар хеҙмәте әлеге заманда ҙур һорау менән файҙалана, ә уны үҙләштерергә теләүселәр һирәк.
Һөнәри байрамын ветеринарҙар яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Республика биләмәһендә бер генә ҡурҡыныс сир ҙә таралмаған. Малдар ваҡытында тикшерелеп вакцинация үткән, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янамай.
Ветеринарҙар был  ауырыу малдарҙы республика биләмәһенә индермәү өсөн ҡәтғи саралар күрә. Ләкин халыҡтың үҙенә лә уяу һәм һағыраҡ  булырға кәрәк, ти улар. Алда мосолман донъяһын изге байрам көтә. Ҡорбан салырға төрлө төбәктәрҙән ваҡ малдар килтерәләр.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика