Тәүлегенә 7 тонна һөт

Тәүлегенә 7 тонна һөт 25.09.2015

Иглин районының Мәсәғүт крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре  алдына ошондай маҡсат ҡуя. Был күрһәткескә  улар 2017 йылға ирешергә иҫәп тота.  

Ҡасандыр бындай һандар хыялға ашмаҫтай тойолһа ла, «500 ферма» программаһында ҡатнашыу фермерҙарға үҙ көсөнә ышаныу мөмкинлеге биргән. Программа сиктәрендә хужалыҡта ике яңы һауыу цехы төҙөлгән, хәҙер унда ҡорамалдар уранлаштырырға ғына ҡалған. Хужалыҡҡа шулай уҡ юғары етештереүсәнле мал да һатып алынған. Әлегә малдар көтөүҙә йөрөй, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплау ҙа дауам итә.
Һауылған һөттө  эшкәртеү өсөн хужалыҡтың үҙенең цехы ла бар. Әле унда биш төр һөт аҙығы етештерелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика