Стәрлетамаҡ районында тиҫтәгә яҡын хужалыҡ яуаплы компанияға тотонған

Стәрлетамаҡ районында тиҫтәгә яҡын хужалыҡ яуаплы компанияға  тотонған 19.06.2017

Быйыл төбәк эшсәндәренә 23 мең гектар самаһы  майҙанда мал аҙығын әҙерләү бурысы тора. Бөгөн улар күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу һәм йыйыу менән мәшғүл.

Фрунзе исемендәге хужалыҡта кәзә үләне яҫмаларға һалына. Күп йыллыҡ үләнде улар ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә. Был алым уңышты арттыра, ә  сығымдарҙы киреһенсә, кәметә. Быйыл аграрийҙар һауым кимәлен арттырырға ниәтләй. Әлбиттә, бының өсөн сифатлы мал аҙығы етештереү төп бурыстарҙың береһе. Әммә оҙайлы ямғырҙар ҡолас йәйеп эшләргә мөмкинлек бирмәй.    
Быйыл Стәрлетамаҡ районында мал башына 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү планлаштырыла. Бының өсөн төбәк техника менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән. Калинин исемендәге хужалыҡта бөгөн люцерна үләне сенажға сабыла. Ауыл эшсәндәре мал аҙығын әҙәрләүгә бер аҙна самаһы элек тотонһа ла, соҡорҙар бөгөн генә күҙгә күренеп тула башлаған.  
Хужалыҡта күп йыллыҡ үлән быйыл бер мең ярым гектар майҙанда үҫтерелгән. Ауыл хеҙмәтсәндәре бөгөнгә уларҙың 500 гектарын эшкәртеп, 300 тоннанан ашыу сенаж әҙерләүгә өлгәшкән. Йәшел массаны соҡорҙарға һалғанда хужалыҡ "Биотроф-111" консервантын ҡуллана. Химик булмаған шыйыҡса малдарҙың етештереүсәнлеген арттырырға ярҙам итә.
Хужалыҡ эшсәндәре ҡышлатыу миҙгеленә кәмендә 35 мең тонна мал аҙығы әҙерләргә йыйына. Бындай күрһәткес менән улар республика буйынса ҡуйылған бурысты артығы  менән үтәп сығырға йыйына. Хәйер, йыл ярымлыҡ аҙыҡ берәмеге туплау өсөн   Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре көнө-төнө эшләргә әҙер. Бары һауа шарттары ғына уңай булһын ине, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку