Сиргә һәм вирустарға бирешмәүсе бәрәңге

Сиргә һәм вирустарға  бирешмәүсе бәрәңге 04.07.2017

Был технологияны тәҡдим итеүсе  Катерина Малютина  «Иволга»  федераль йәштәр белем биреү конкурсында  грант ота. Йәш ғалим Шишмә районы Әғли хужалығында  ҡырҡ гектарҙа сиргә бирешмәүсе картуф сорттары менән тәжрибә майансығында эшләй.

Экология йылының инновация сменаһында ҡатнашыусы Катерина Малютина фәнни эҙләнеүҙәре өсөн юҡҡа ғына картуф культураһын һайламаған. Бәрәңге орлоҡтары ла йылдар үтеү менән кеше кеүек төрлө инфекцияларға һәм вирустарға бирешеүсән. Ә икенсе икмәк булған картуфты сәләмәтләндереүҙе орлоҡтан башларға кәрәк. Орлоҡтарың сәләмәт һәм ныҡлы икән, тимәк уңышың да мул буласаҡ.
Катерина Малютина, Шишмә районы «Әғли» крәҫтиән-фермер хужалығы лабораторияһы  мөдире: «Иң мөһиме туҡландырыусы шыйыҡсала  минерал мәтдәләрҙең күләме  етәрлек булыуы. Яҡтылыҡ режимын үтәгәндә лаборатор шарттарҙа үҫеүсе бүлбеләрҙә артыҡ ҙур булмаясаҡ».
Йәш ғалимдар майҙандың биш гектарында эволюция, ә 35 -ендә Невский сорттары менән тәжрибә үткәрә. Пробиркала үҫтерелеүсе орлоҡтартарҙың вирустарға ҡаршы тора алыу һәләте лә көслөрәк. Орлоҡтарҙы яңы ысыул буйынса яңыртыу айырыуса шәхси хужалыҡтар өсөн кәрәкле.
Азат Йосопов, Шишмә районы «Әғли» крәҫтиән-фермер хужалығы баш агрономы: «Әгәр ҙә вирустарға бирешмәүсе сорттарҙы ултыртһаҡ,сәсеүлектәр майҙаны ла кәмейәсәк, егерме гектар урынына ун гектар элиталы орлоҡ сәсеп, картуфтан мул уңыш алырға була».
Картуф вегетатив ысул менән үҫеүсе культура. Йылдың йылы беҙ бүлбеләрҙе сәсәбеҙ, әммә уларҙа сирҙәр ҙә туплана бара.Бәшмәк,вируслы сирҙәр бөтәһе бергә уңыштың 80-100 процентына зыян итә. Шулай уҡ бер үк сортты ҡулланыу ҙа ахыр сиктә уңыш кәмеүенә килтерә. Ғалимдар ике-өс йыл һайын сорттарҙы яңыртып торорға кәңәш итә.
Был бүлбеләрҙең орлоғо Лорах фәнни-тикшеренеү институтынан һатып алына. Башта улар аэропон системаһы менән махсус лабораторияла үҫтерелә. Һуңынан төрлө вирустарға ҡаршы тора алырлыҡ орлоҡтар баҫыуға сәселә. Ә быйылғы ямғырлы йәйҙә икенсе икмәк үҫтереүселәргә мул уңыш алыу өсөн мөғжизә көтөргә генә ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку