Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәре 50 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ, әлегә пландың өстән бер өлөшө үтәлгән

Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәре 50 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ, әлегә пландың өстән бер өлөшө үтәлгән 05.05.2016

Бигерәк тә, «Яңы Троицк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эштәр көйлө бара. Әлегә ауыл уңғандары иртә яҙғы культулар менән бер рәттән 500 гектарҙа көнбағыш сәсә. Быйыл кукуруз да үҫтереләсәк. Хужалыҡта орлоҡ, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, эшсе ҡулдар ҙа етерлек. Бында башлыса йәш коллектив йыйылған. Механизаторҙар көндәрҙең аяҙ тороуына ҡыуана.

«Яңы Троицк» хужалығында эшләүселәр мул уңышҡа өмөтләнә. Быйыл техник культураларҙан ғына 15 миллион һумлыҡ килем көтөлә. Был сумма башлыса техниканы яңыртыуға тотоноласаҡ. «Фермалағы малдар өсөн дә аҙыҡ мул әҙерләнә»,-ти ойошма етәксеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика