Шаран районында "Емеш-еләк культураларын үҫтереү"гә арналған республика семинары үтте 18.07.2016

Сараның Олег Димитриевтың  фермер хужалығында уҙғарылыуы юҡҡа түгел.

Бөгөн эшҡыуарҙың ике йөҙ гектар ере бар. Был биләмәнең бер өлөшөндә - еләк плантацияһы урынлашҡан. Семинарға егерме ике райондан алтмышҡа яҡын кеше йыйыла. Улар араһында баҡсасылар, фермер хужалығы менән шөғөлләнә башларға теләүселәр күп булды. Фекер алышыуға саҡырылған ғилми хеҙмәткәрҙәр үҙ сығыштарында алмағас үҫтереү нескәлектәре менән дә таныштырҙы,  плантация хеҙмәткәрҙәре иһә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Йүнселдәр еләк үҫтереү майҙанын ике тапҡырға арттырыу маҡсатын ҡуйған.

Шәхси эшҡыуар Олег Димитриев семинарҙа ҡатнашыусыларға ҙур майҙандарҙа еләк үҫтереү һәм уны күмәртәләп һатыу буйынса үҙ кәңәштәрен  әйтте. Шулай уҡ башҡа район-ҡалаларҙан йыйылған баҡсасылар ҙа докладтар уҡып, был йүнәлеште һайлаусыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика