Шәкәр сөгөлдөрөн  20 октябргә  тиклем йыйып алыу мотлаҡ 30.08.2016

Сөнки әлеге мәлдә татлы тамырҙың шәкәре бик юғары. Быйылғы ҡоролоҡ шарттарында гектар ҡеүәтенең түбән булыуын иҫәпкә алғанда,  уңышты юғалтыуһыҙ йыйыу бик мөһим.  Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко Мәләүез районында үткән республика кәңәшмәһендә белдерҙе. Салауат исемендәге хужалыҡта үткән сарала татлы тамырҙы үҫтереү, йыйыу, эшкәртеү буйынса алдынғы технологиялар ҙа ҡаралды.  

Сибәғәт Ғәйнуллин һәр сөгөлдөрҙән  күпме шәкәр  сығырын тәү ҡарауҙан белә.  Ул етәкләгән Салауат исемендәге хужалыҡ татлы тамырҙы үҫтереү буйынса алдынғылар иҫәбендә.  Бында  яңы сорттарҙы индереүгә лә, техниканы яңыртыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән,  һуңғы йылдарҙа  программа буйынса алынған  комбайндар шәкәр сөгөлдөрөн юғалтыуһыҙ йыйыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә республика семинары ла тап ошо хужалыҡта ойошторолған.
Николай Коваленко белдереүенсә,  быйыл  шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары 51 мең гектарға арттырылған. Йыл хужалыҡтар өсөн уңышлы башланған, сәсеү уңышлы үткән, артабан ямғырҙар татлы тамырҙың тиҙ күтәрелеүенә килтергән. Әммә һуңғы ике айҙағы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә сөгөлдөр ҡата башлаған. Шуға күрә хәҙер  техник культура  шәкәрен юғалта башламаҫ борон йыйып ҡалыу мөһим.
Уртаса ҙурлыҡтағы ошондай бер сөгөлдөрҙән 60-70 грамм шәкәр алырға мөмкин. Әммә бының өсөн үҫтерелгән сорттың дөрөҫ һайланыуы, йәғни урындағы тәбиғәт шарттарына тура килеүе, ерҙең минераль ашламалар менән ваҡытында туҡландырылыуы, һауа торошоноң уңай килеүе лә шарт. Шул ваҡытта ғына мул уңышҡа өмөт итергә мөмкин.
Былтыр республикала  гектарынан 250 центнер уңыш йыйып алынһа, быйыл  күрһәткесе 200 тирәһе булыр тип көтөлә. Уның ҡарауы, икенсе яҡтан оторға мөмкин.  Былтыр шәкәр кимәле ошо мәлдә 12-14 процент тирәһендә торһа, быйыл 18-гә етә.
Белгестәр әйтеүенсә,  сөгөлдөрҙө  сәсеүгә генә түгел, минераль ашламалар менән туҡландырыуға ла иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Уны яҙ индереү һөҙөмтә бирмәй, эште көҙҙөн башлау талап ителә.  Бар технологяиларҙы теүәл үтәгәндә баҫыу майҙанын арттырмайынса ла юғары уңыш алырға мөмкин.
Хужалыҡ етәкселәре  әйтеүенсә, уңышты билдәләнгән ваҡытҡа йыйып алырға мөмкин. Көн боҙолмаҫ борон ҡаҙғанда юғалтыуҙар ҙа аҙ буласаҡ. Быйыл 9  яңы техника алыныуы ла эште тиҙләтергә тейеш, бер комбайнға яҡынса 390 гектар майҙан тура килә. Шәкәр сөгөлдөрө заводтары ла  уңышты ҡабул итеүгә әҙер.  Шишмә заводында күләмле яңыртыу үткәрелгән, улар татлы тамырҙы ҡабул итә башлаған да инде.  Ошо көндәрҙә башҡа заводтар ҙа эш башлай.  Уңыш йыйыу барышын Ауыл хужалығы министрлығының махсус идара үҙәге күҙәтеп барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика