Сәләмәт ҡортта-шифалы бал

Сәләмәт ҡортта-шифалы бал 08.04.2015

Өфө белгестәре бал ҡорттары өсөн экологик таҙа дарыу уйлап тапҡан. Уны ҡулланғанда бөжәктең организмы таҙарыуына, токсиндарҙы сығарыуға өлгәшеп була. Ә был үҙ сиратында балдың сифатына, һөҙөмтәлә кеше һаулығына ла ыңғай йоғонто яһай.

Яңы дарыу хитомил тип атала, ул онтаҡ формаһында. Уны бал ҡорттарына ашатылған төнәтмәгә ҡушалар. Иң мөһиме, хитомил тәбиғи ингридиенттарҙан эшләнгән, шуға күрә ҡортто ла, балды ла ағыуламай. Ә бөжәктәрҙе дауалауҙа антибиотиктар ҡулланыу бөгөн мөһим мәсьәлә булып тора, байтаҡ илдәрҙә яһалма препараттар бөтөнләй тыйылған. Өфөнөң биохимия һәм генетика институтында хитомилдың тәүге партияһы әҙер, уның уртаса хаҡы 100 һум.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку