Республиканың Йылайыр районы менән Ҡурған өлкәһенең Целинный райондары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Республиканың Йылайыр районы менән Ҡурған өлкәһенең Целинный райондары араһында  килешеүгә ҡул ҡуйылды 31.01.2015

Яҡтар араһында эшлекле бәйләнештәр әле лә дауам итә. Былтыр Сибайҙа уҙған «Урал аръяғы-2014» инвестиция форумының  маҡсаттарының береһе -  төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылды. Был сарала көньяҡ райондар вәкилдәренән тыш, Ырымбур, Силәбе менән Ҡурған өлкәләре башлыҡтары ла ҡатнашҡайны. Ҡурған өлкәһе делегацияһының Йылайырға  килеүе ошо килешеүҙең дауамы булды.

Йылайыр районы менән Ҡурған өлкәһенең Целинный районын алты йөҙ саҡрым ара айыра. Был осрашыуҙың маҡсаты - район менән танышыу, ике төбәктең хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен барлау. Көньяҡтың урман зонаһында урынлашҡан Йылайыр районында ағас етештереү йүнәлешендәге предприятиелар уңышлы эшләй, агросәнәғәттә йылҡысылыҡ һәм һөтсөлөк фермаларына өҫтөнлөк бирелә. Ҡунаҡтар райондың ошо йүнәлештәге предприятиелары менән танышты, тәжрибә уртаҡлашты. Делегация составында ауыл биләмәләре башлыҡтары, фермерҙар, белгестәр бар. Башҡортостанда улар тәүге тапҡыр.
Ике төбәк райондары ла республика һәм өлкә үҙәктәренән алыҫ аралыҡта урынлашҡан. Был уртаҡлыҡ райондарҙың социаль‐иҡтисади хәленә  лә ҡағыла.
Осрашыу һуңында ике төбәк райондары үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бергә эшләү йүнәлештәре ҡаралды.
Был райондар араһындағы йылы мөнәсәбәт, хеҙмәттәшлек итеү киләсәктә үҫеш алырына ике төбәктең дә ышанысы ҙур.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку