Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды 13.04.2016

Хужалыҡтар әлегә ужымды, күп йыллыҡ үләнде туҡландырыуға, дым ҡаплатыуға тотонған. Был йәһәттән Илеш, Мәләүез, Саҡмағош райондары алдынғылыҡты бирмәй.  Бынан тыш, аграрийҙар техника ремонтлау, сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү, орлоҡ запасын тулыландырыу менән дә мәшғүл.

Илеш районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә республикала тәүгеләрҙән булып тотондо. Әлегә ауыл уңғандары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләнде туҡландырыуға, тырматыуға төшкән. Куйбышев исемендәге хужалыҡта ғына 2700  гектар майҙанда яңы уңышҡа нигеҙ һалыу планлаштырылған. Был йәһәттән техника, эшсе ҡулдар ҙа етерлек. Һауа торошо уңай булғанда, механизаторҙар сәсеүҙе ике аҙна эсендә тамамларға ниәтләй.
Ә бына Баймаҡ механизаторҙары әлегә техниканы рәткә килтереү, запас частарҙы алмаштырыу менән мәшғүл. «Ленин» исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ла йылдағыса мул уңышҡа өмөтләнәләр.
Келәттәрҙә лә эш тынмай, сифатлы орлоҡ алдан хәстәрләнә. Был йәһәттән кооператив быйыл дәүләт ярҙамы менән дә ҡулланған. Хужалыҡта барлығы өс мең гектар ерҙә сәсеү эштәрен башҡарыу күҙаллана, шул иҫәптән 220 гектар ер бөртөклө культураларға бүленгән.
Хәйбулла районының Әбүбәкер ауыл хужалығы ла йыл да сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сыға. Был юҡҡа түгел, техниканы яңыртыу, ерҙе эшкәртеү, орлоҡтарҙы һаҡлау мәсьәләһенә бында яуаплы ҡарайҙар. Ноҡот борсағы, кукуруз үҫтереүгә лә  айырым иғтибар бүленә.
Дөйөм алғанда, Хәйбулла районында  74 мең гектар ерҙә яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора.  Урындағы аграрийҙар дым запасы менән ҡәнәғәт, әммә уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында юғалған уңыш уйланырға ла мәжбүр итә. Тулыһынса сәсеүгә әҙер булып та, тәбиғәт алдында көсһөҙ булған осраҡтар етерлек, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку