Республикала ужым бойҙайының 6 проценты апрель-май айҙарындағы ҡырауға бирешкән

Республикала ужым бойҙайының 6 проценты апрель-май айҙарындағы ҡырауға бирешкән 24.05.2017

Был 20 мең гектарҙан ашыу майҙан тигән һүҙ. Благовар районында ла ауыл уңғандары финанс юғалтыуҙар күләмен иҫәпләй. Ни тиһәң дә, буш биләмәне башҡа бөртөклө культуралар менән  тулыландырыу талап ителгән. Миҙгел аҙағы баҡсасыларҙы ла сыҙамлыҡҡа һанай.  

«Март айынан алып ең һыҙғанып башҡарған хеҙмәтем селпәрәмә килде»,-ти баҡсасы Людмила Михайлова. Нисек тә булһа буласаҡ уңышын ҡотҡарып ҡалырға тырыша ханым. Үрсетмәләрен апрель аҙағынан уҡ яһалма теплицаға сығарып әрәм итеүенә үкенә. Хәҙер ҡыяр япраҡтары ла серей башлаған. Хәйер,  редис булһа ла өлгөрөп килә.
Людмила Михайлова, баҡсасы: «Теплицала ҡыҙыл борос та ултыртҡайным, улары ла һыуыҡҡа биреште. Үрсетмәләремдең бер өлөшө өйҙә әле, тағы һыуыҡтар булыр тип ҡурҡып торам. Яңынан сәсеү эштәрен башҡарырға тура киләсәк».
Шулай ҙа Михайловтар ғаиләһе көҙгөһөн мул уңыш алырға ниәтләй. Һуған, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр ҡырауға бирешмәгән, картуфты ла ауыл уңғандары уҙған аҙнала уҡ сәсеп ҡотолған. Яңы ғына сәскә атҡан ләләләр ҙә киләсәккә өмөт өҫтәй,- ти хужабикә.
Тотороҡһоҙ һауа торошонан баҡса эше генә тотҡарланмай, ауыл хужалығына ла зыян килтерелә. Республикала ужым бойҙайының 20 мең гектары юҡҡа сыҡҡан.
Благовар районындағы хужалыҡтарҙың береһендә 4 меңдән ашыу гектар майҙанды биләгән был ужым культураһының яҡынса 40 проценты һәләк булған. Хәҙер аграрийҙар буш биләмәләргә ярауай бойҙай, йә арпа  сәсә.
Владислав Степаненко,  хужалыҡтың баш агрономы урынбаҫары: «Ужым культураһын сәсеү эштәре страховка үткәйне. Әле зыян күләмен иҫәпләйбеҙ. Юғалтыу сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Яҙ ҡырау иртә төштө шул, 16 апрель, 5,7 майҙа һауа температураһы  алты градусҡа  тиклем түбәнәйҙе».
90-сы йылдарҙан алып хужалыҡта  механизатор булып эшләгән Айрат Ғиззәтуллин көнөнә 70-80 гектар майҙанға ярауай бойҙай сәсеп урап сыға, көнөнә 12-шәр сәғәт эшләй.  «Май һалҡынына бирешәһе әмәл юҡ»,- ти ауыл уңғаны.
Ҡайһы бер райондарҙа ҡырауҙан шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз да зыян күрә, әммә ужым культуралары менән сағыштырғанда, юғалтыуҙар күп түгел. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҙғы сәсеү эштәре ун-ун биш көнгә һуңыраҡ башланһа ла, аграрийҙар яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Һалҡын май, ысынлап та, баҡса, баҫыу эштәре өсөн оло һынауға әйләнде. Шуға йылы яратҡан культураларҙы алдан сәсеп отолорға ла мөмкин, был эште күп хужалыҡтар июнгә ҡалдырған. Йәй ҡоро килмәһә, уңыш буласаҡ,-ти ауыл халҡы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку