Республикала тупланған орлоҡтарҙың 98 проценты сәсеүгә әҙер 28.03.2016

Был турала ауыл хужалығы белгестәре Урал алды райондарының агросәнәғәт конференцияһында белдерҙе.

Башҡортостанда 317 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культура орлоҡтары тупланған.  Былтыр сәсеүлектәрҙән мөмкин тиклем мул уңыш йыйылған. Рәсәй сит илгә ашлыҡ экспортлау буйынса икенсе урынға сыҡты. Артабан игенде һаҡлау, уны эшкәртеүҙе камиллаштырыу, сәсеүлектәрҙең уңдырышлығын күтәреү маҡсаты ҡуйыла. Был мәсьәләләр конференцияла ғәмәлдә өйрәнелде. Ауыл хужалығы белгестәре Дәүләкән районының алдынғы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Сәсеүҙә ҡулланылған яңы алымдар, техник мөмкинлектәр менән ҡыҙыҡһынды.
Илдар Насиров, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары:
«Урал алды райондарының агросеминары хәҙер инде өсөнсө йыл Дәүләкәндә үтә. Сағыштырып әйтә алам  быйыл райондар яҙғы-баҫыу эштәренә яҡшы әҙерлек менән тотона. Минераль ашламалар, һаҡлау саралары ла ҙур күләмдә туплана. Шулай ҙа минераль ашламалар ҡулланыуҙы арттырыу талап ителә. Быйыл республикала талап ителгән күләмдең ҡырҡҡа яҡын проценты ғына тапланған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика