Республикала сөгөлдөр ҡаҙып алына башланы

Республикала сөгөлдөр ҡаҙып алына башланы 04.09.2015

Татлы тамырға 7 район хужалыҡтары төштө. Йәйге ямғырҙар культураның яҡшы үҫеүенә булышлыҡ иткән. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа уңыш гектарынан 400 центнер тәшкил итә. Эшкәртеүселәр ҙә тик ултырмай, бөгөн Шишмәләге шәкәр заводы ла эшен башланы. Башҡа предприятиелар ҙа етештереүселәрҙән сеймал ҡабул итергә әҙер.

9сы йыл комбайн механизаторы булып эшләүсе Илшат Яманаев хужалыҡ алдынғыһы. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү сере эшемде яратыуымда тип аңлата егет. Ул сөгөлдөр үҫтереү һәм ҡаҙып алыу процесының бер өлөшөн дә ҡалдырмай.  
Быйыл Мәләүез фәнни етештереү берләшмәһенә 5 меңгә яҡын гектар майҙанда сөгөлдөр ҡаҙып алырға кәрәк. Эш ҡайнай, комбайндар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Татлы тамырҙы ҡаҙып алыуҙа хужалыҡ 6 ҡеүәтле техника берәмеге ҡуллана.
Уңыш та яҡшы булырға оҡшай. Әле ул гектарынан 350-380 центнер тәшкил итә. Был үткән йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Яҡшы күрһәткескә өлгәшеүҙә аграрийҙарға уңайлы һауа шарттары менән эштәрҙе ваҡытында теүәлләү ярҙам иткән.
Әле мәләүездәр шәкәр заводынан алыҫыраҡ ятҡан баҫыуҙарҙа эш алып бара. Был башҡа майҙандағы сөгөлдөр шәкәр йыйып өлгөрһөн өсөн кәрәк. Аҙаҡ һауа шарттары боҙолған осраҡта ла ҡалған уңышты тиҙ арала эшкәртеп буласаҡ. Хужалыҡ юғалтыуҙарҙы бөтөнләй булдырмаҫҡа тырыша.       
Быйыл Мәләүез шәкәр заводы сөгөлдөр етештереүселәр өсөн файҙалы шарттар тәҡдим итә. Предприятие уңышты алып килеү буйынса сығымдарҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Алыҫлыҡ та роль уйнамай.  
Илгиз Ниғмәтуллин, Мәләүез шәкәр заводы етәксеһе урынбаҫары: «Транспорт компаниялары менән килешеү төҙөгәнбеҙ. Уға ярашлы беҙҙең файҙаланыуҙа 300ләгән йөк автомобиле. Баҫыуҙарҙағы бөтә сөгөлдөрҙө лә сығарып өлгөрөрбөҙ тип ышанам».
Шарттар киләһе - эшкәртелгән продукцияның 60 проценты етештереүсегә, 40 проценты заводта ҡала. Быйыл Мәләүезгә 8 райондан татлы тамыр килтереләсәк. Иң йырағы әле Ғафури. Предприятие Ҡырмыҫҡалының сөгөлдөр етештереүселәренә лә барып етергә әҙер. Алыҫ аралар беҙҙе ҡурҡытмай, сеймал ғына булһын ти завод етәкселеге.  
Мәләүездең шәкәр заводы сөгөлдөрҙө киләһе аҙнанан эшкәртә башлаһа, Шишмә ҡасабаһында эш инде ҡайнай. Предприятие быйыл 400 мең тонна татлы тамыр эшкәртергә иҫәп тота. Әҙер продукция 50 мең тонна тәшкил итәсәк. Әле заводтарҙа сират юҡ, улар сеймалды күпләп ҡабул итә ала. Тимәк етештереүселәргә форсат менән файҙаланып өлгөрөргә кәрәк. Күп көс түгеп үҫтерелгән уңыштың ҡар аҫтында ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай.     
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку