Республика крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының сираттағы съезы үтте

Республика крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының сираттағы съезы үтте 20.02.2015

Унда билдәләнеүенсә, йыл йомғаҡтары насар түгел.

Ауыл эшҡыуарҙары былтыр етештергән аҙыҡ-түлек хаҡы 9 млрд һумдан ашып киткән. Улар үҫтереп тапшырған иген күләме ярты миллион тоннаға яҡынлай. Республикалағы сәсеүлек майҙандарының 22 процентын хәҙер фермерҙар эшкәртә . 18 мең тонна ит һәм 127 мең тонна һөт тә уларҙың тырыш хеҙмәте. Хөкүмәттән алған ярҙам тулыһынса аҡлана, ти белгестәр.
Съезда билдәләнеүенсә, Башҡортостандағы 5 мен 800-ҙән ашыу фермерҙың 4 мең ике йөҙө фәҡәт етештереү өлкәһендә эшләй, йәғни, малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Республикала һауылған һөттөң дүрттән бер өлөшө  ауыл эшҡыуарҙарының тырышлығы. Йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, йәшелсә-емеш үҫтереү, бал етештереү йәһәтенән дә фермерҙар әүҙем эшләй. Кооперацияға берләшә барған йүнселдәрҙең иген һәм техник культуралар өсөн орлоҡ та үҫтерә башлауы үҙе бер яңы һөнәр. Тимәк, күмәк хужалыҡтар рәтенә тороп эшләүсе яңы бер социаль ҡатлам аяҡҡа баҫа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку