Республика хужалыҡтарында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплау дауам итә

Республика хужалыҡтарында ҡышҡылыҡҡа мал  аҙығы туплау дауам итә 02.07.2015

Иглин районының Мәсәғүтов исемендәге хужалығында бесән әҙерләйҙәр.

Бөгөн 300 гектар майҙандың  ике гектарында сабылған йәшел үлән пресҡа һалынған. Ивано-Казанка ауыл биләмәһенә ҡараған хужалыҡта шулай уҡ быйыл тәүгә ҡатнаш бойҙай культуралары, кукуруз сәсепгән. Был культураларҙан юғары сифатлы сенаж менән карнаж әҙерләнәсәк. Һыйырҙың һөтө телендә тигән әйтемде иҫтә тотоп, хужалыҡ эшсәндәре оҙон һәм һалҡын ҡышты алдан хәстәрләй. «500 ферма»  республика программаһына ингән хужалыҡтың мал ҡуралары ла төҙөк. Өр-яңы ике ферма бинаһына өҫтәп, әлеге ваҡытта 300 урынға иҫәпләнгән  быҙаулыҡ  күтәрелә.  Заман технологияларына нигеҙләнеп  төҙөлгән объектты август башында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку