Республика хужалыҡтарында шипкән культураһын йыйыу башланды

Республика хужалыҡтарында шипкән культураһын йыйыу башланды 15.07.2016

Әрһеҙ үҫемлектең  табышлы, экологик яҡтан сит илдәрҙә ихтыяж менән файҙаланыуы билдәле. Ләкин Рәсәйҙә уны эшкәрткән предприятиелар булмағанлыҡтан, ул күп осраҡта экспортҡа оҙатыла.

Ауыл эшсәндәренең һәр минуты ҡәҙерле. Шипкән башҡа культураларға ҡарағанда 20 көнгә иртәрәк өлгөрә, сапҡас та 7 тәүлеккә тиклем шытмай ята, әммә юғалтыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ураҡты, бар техниканы бер юлы ҡулланып, тиҙ арала тамамлау хәйерле. Ужым культураһы ҡаты һыуыҡтарға ла бирешмәй, сатлама эҫене лә яҡшы үткәрә.

Сәсеүлектәр майҙанын арттырыуҙың сәбәбе - шипкән культураһының сауҙала үтемле булыуында. Унан техник май һығып биологик яғыулыҡ, һабын етештереүҙә сеймал булараҡ ҡулланыла. Һаламынан түбән сифатлы ҡағыҙ менән ҡатырға сығарыу тәжрибәһе лә билдәле. Быйыл айырыуса хужалыҡ уңыштың мул булыуына ҡыуанды: гектарынан 10 центнер. Уның ҡайҙа ебәреү ҙә әле үк хәл ителгән.

Иген культураларының бер центнеры ун һум самаһына һатылғанда, бер ниндәй тәрбиә талап итмәгән шипкән күпкә отошлораҡ та. Шулай ҙа аҡса артынан ҡыуып, баҫыуҙарҙы тултырырға ярамай. Сөнки уның зыянлы яғы ла бар. Ауыл хужалығы структураһы буйынса ул 3-4 проценттан да артырға тейеш түгел.

Шипкәнде үҫтереп уны аҡса әйләндереү уңышлы хәл ителә тип әйтергә мөмкин. Дүрт йыллыҡ тәжрибәлә был культура үҙен аҡланы. Ул хужалыҡты яңы кимәлгә күтәреп кенә ҡалманы, республика, ғөмүмән Рәсәй иҡтисадын үҫтереүгә ярайһы уҡ өлөш индереүгә өлгәште.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку