Республика халҡын үҙ йәшелсә продукцияһы менән тәьмин итерҙәй шарттар бар, тик белгестәр генә етешмәй

Республика халҡын үҙ йәшелсә продукцияһы менән тәьмин итерҙәй шарттар бар, тик белгестәр генә етешмәй 13.09.2017

Бөгөн Өфө районының «Алексеевка» хужалығында йәшелсә үҫтереүселәрҙең сираттағы семинар-кәңәшмәһе үтте. Сарала билдәләнеүенсә, эске баҙар күберәк етештереү мөмкинлеге алды. Йәшелсә һаҡлағыстар төҙөмәйенсә, уңыштың 30-40 проценты юғала. Теплица төҙөлөшөнә сығымдарҙың 20 проценты федераль бюджеттан субсидиялана. Был йүнәлештә эште әүҙемләштереү мөһим, тиелде семинарҙа.

Рәйлә Сафина республиканың иң эре хужалыҡтарының береһендә өс йыл ярым эшләй. Башлыса ул йәшелсәселек тармағы өсөн яуаплы.  Рәйлә ханым өсөн миҙгелдәр араһында айырма юҡ, ул туҡтауһыҙ эшләй. Эшен еренә еткереп башҡарырға тырыша.
Тап шундай хеҙмәткәрҙәр булғанға эш көйлө бара ла инде. Йәшелсәселек өлкәһендәге һорауҙар, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында «Алексеевка» хужалығында республика семинар-кәңәшмә үтте. 29 район белгестәре ҡатнашлығындағы сара йәшелсә һаҡланған урында ойошторолдо. Халыҡ иғтибарына быйылғы уңыш тәҡдим ителде. Улар араһында төрлө сортлы кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер һәм әлбиттә, картуф та бар.
Республикала картуф үҫтереү өлкәһендә уңыштар етерлек ти белгестәр. Бөгөнгө көнгә тиклем алты сорт уйлап сығарылған. «Алексеевский» төрөнә ҡараған картуфты миҫалға алғанда бер төптән ике колграммға тиклем уңыш алырға мөмкин. Уны өйрәнеүгә, шулай уҡ Росреестрға индереү өсөн 17 йылға яҡын ваҡыт талап ителгән.
Федераль дәүләт теркәүенә яңы картуф төрө быйыл ғына индерелгән. Тимәк, икенсе икмәкте халыҡҡа ҡулланырға була тигән һүҙ. Һаҡлау, үҫтереү, шулай уҡ үрсетеү кеүек төрлө һынауҙарҙы уңышлы үткән. Был төр картуф семинар ҡатнашыусыларын иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Бүлбеләренең эрелеге менән генә түгел, уңышлы булыуы менән йәлеп итте. Аҙналар буйына һуҙылған ямғырҙар картуфҡа ла ныҡ йоғонто яһай.
Волга буйы федераль округында йәшелсәселек буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды биләй. Был тармаҡта 13 мең ярым гектар ер файҙаланыла. Тик шуның мең ярымы ғына дөйөм хужалыҡтарға тура килә. Киләсәккә маҡсат та тап йәшелсә майҙандарын киңәйтеүгә ҡайтып ҡалды. Ләкин төбәк халҡы килем юҡлығына һылтанып, йә продукцияны һаҡлау урындары булмау сәбәпле был тармаҡҡа бик үк өҫтөнлөк бирмәй.
Был йәһәттән тармаҡты тейешле кимәлдә үҫтереүгә  республикала бар шарттар ҙа ҡаралған. Бары тик ныҡлап тотоноу ғына кәрәк, тиелде сарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку