Республика баҫыуҙарында ураҡ эштәре дауам итә

Республика баҫыуҙарында ураҡ эштәре дауам итә 01.09.2014

Ғафури районында ужым  һуғыу күптән тамамланған, ә арпа, һоло кеүек яҙғы культураларҙың яртыһы урып һуғылған. Төбәктең «Тахтаров» хужалығында сәсеүлектәрҙең байтаҡ өлөшөн  ҡарабойҙай биләй. Быйыл был культура ваҡытынан алда өлгөргән. Шулай ҙа уңыш юғары түгел. Ауыл эшсәндәре был күренештең сәбәптәрен ямғырлы йәйҙә күрә. Эште тиҙләтеү маҡсатында хужалыҡта йәш көстәрҙе йәлеп иткәндәр.

Геннадий Тахтаров, фермер: «Проблемалар тәү сиратта кадрҙар мәсьәләһенә барып тоташа. Беҙҙең хужалыҡҡа, мәҫәлән, тәжрибәле механизаторҙар етешмәй. Улар ҙа бар ул, әммә ләкин берәүҙәр эскегә һабышҡан, икенселәргә түләнгән хеҙмәт хаҡы оҡшамай. Уларҙы ла аңларға мөмкин, уртаса хеҙмәт хаҡы айына 10 мең. Шуға ла беҙ һөнәрселек училищеһы уҡыусыларын эшкә йәлеп итәбеҙ ҙә инде».
 Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 113 мең гектар ерҙә иген урылған, борсаҡ 80 процент, арпа - 52, һоло 71 процентҡаса һуғып алынған. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларының бөгөнгө көндә бер гектар ҡеүәте уртаса 14, 8 центнер тура килә. Үткән йыл менән сағыштырғанда арпаның уңышы, мәҫәлән, юғары.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика