Республика ауылдарында ҡыштың тәүге байрамдары - һуғым өмәләре башланды

Республика ауылдарында ҡыштың тәүге байрамдары - һуғым өмәләре башланды 12.12.2017

Һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәһе элек-электән ауылда йәшәүсе ябай кешеләр өсөн  муллыҡ һәм тотороклоҡ билдәһе һыналған. Ҡышҡылыкка етерлек аҙыҡ запасы туплау, ситтә йәшәүсе туғандарҙы, балаларҙы ит менән тәьмин итеү, ауылдаштарҙы һуғым ашына йыйыу  борондан ҡалған йола һәм бөгөн дә ошо традициялар  дауам итә. Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында үткәрелгән ҡаҙ өмәһе лә барлыҡ йолаларҙы үтәне  һәм быйыл да ауылда  ҡош-ҡорттоң уңыуын күрһәтте.

Бөгөн Әлибәковтар ихатаһында ҙур байрам, ҡаҙ өмәһе. Йәй буйы  күҙ ҡараһылай ҡарап,  үҫтереп алынған 30 ҡаҙҙы салып алыу үҙе бер оло ҡыуаныс. Ғәҙәттә, ҡаҙ өмәһенә ауылдаштар ғына түгел, ә ғаиләнең ишле булыуына ҡарап туғандарҙын  да һәр береһе йыйыла.
Ҡош ҡорт аҫрауҙын мәшәҡәте күп булһа ла, уны ите бәрәкәтле, һурпаһы  татлы була,  ти ҡаҙ  йолҡоусы  апайҙар. Өҫтәүенә,  экологик таҙа ризык йыл буйына  ҡунаҡ табындарын да, аш өстәлдәрен дә йәмләй.  
Быйыл һәр йортта тиерлек  ҡаҙҙар уңған.Уның бер күрһәткесе ҡоштоң һимеҙлеге һәм унан сыҡҡан бер табаҡ май. Салынған ҡошто тәрбиәләп алыу үҙе бер ауыр хеҙмәт,әммә  ҡатын ҡыҙҙар уны ихлас күнелдән башҡара.
Йолҡоп таҙаланған ҡаҙҙы йылғаға алып барып сайып алыу йолаһы ла бар. Был ваҡытта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һандыҡтан ин сағыу кейемдәрен сығарып кейгән, матур яулығын бәйләгән. Боронғоса көйәнтә асҡан катын кыҙҙар  мәкегә юллана.
Байрамдың  кульминацион өлөшө ул бергәләп табын ҡороу һәм һуғым итен ашау. Быйыл Мерәҫтең  һәр бер йортонда 25 ҡаҙ һуйып алынған. Бөгөнгө шарттарҙа был ауыл халҡының тырыш, мул йәшәүен билдәләгән  бер күрһәткес булып тора.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку