Республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген дауам итә 08.09.2015

Әле хужалыҡтар мал аҙығы базаһын булдырыу менән мәшғүл. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә шартлы мал башына 20 центнер аҙыҡ берәмге әҙерләнгән. Дөйөм алғанда ул 800 мең тонна бесән, 346 мең тонна силос һәм 2 миллион тоннаға яҡын сенаж. Шуның менән бергә хужалыҡтар ҡураларҙы тәртипкә килтерә.

Бер биҙрә һөткә 3 йомортҡа, 15 грамм балыҡ майы һәм тоҙ. «Фәйзуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы бөйрәкәйҙәре был туҡлыҡлы коктейль менән 10 көн самаһы һыйлана. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй ти белгестәр. Быҙауҙар тиҙ арала үҫеп китә. Быға, әйткәндәй, уларҙың мөгөҙөн яндырыу ҙа булыша.
Өҫтәүенә малдың мөгөҙөн көйҙөртөү уларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын  да кәметә. Үгеҙ-таналарҙың һөҙөшөүе бынан ары бары тик сабый уйыны тиергә лә була.
Малдар өсөн етерлек аҙыҡ әҙерләү мөһимлеген хужалыҡта яҡшы аңлайҙар. Мәҫәлән алдынғы малсы Радик Яппаров үҙенең ҡарамағында булған 40 үгеҙҙең ауырлығы ай һайын бер килограммға артыуына өлгәшә. Бының өсөн тырышып эшләргә, малдың яйын белергә һәм әлбиттә уны аҙыҡтан өҙмәҫкә кәрәк ти эшсе.  
Бындай күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн туҡлыҡлы, витаминдарға бай мал аҙығы булыуы шарт. Хужалыҡ әле үк ҡыш сығыу өсөн етерлек кимәлдә сенаж һәм силос әҙерләгән. Һалам, фураж һалып бөткәс мал башына 32-35 центнер аҙыҡ тура киләсәк. Силосты һаҡлауҙа хужалыҡ махсус препараттар ҡуллана.
Ул шулай уҡ тәмләткес функцияһын да үтәй. Бындай аҙыҡты мал яратып ашай тип аңлаталар хужалыҡта. Аҙыҡ әҙерләү менән бергә бында ҡураларҙы тәртипкә килтереү ҙә бара. Һыуыҡтар башланғас малды йылы ҡуралар һәм туҡлыҡлы аҙыҡ көтә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика