Рәсәйҙә органик продукция етештереү һәм уның әйләнеше тураһында закон проекты әҙерләнә

Рәсәйҙә органик продукция етештереү һәм уның әйләнеше тураһында закон проекты әҙерләнә 30.05.2017

Ул 2018 йылдан ғәмәлгә инеүе ихтимал. Һөт, ит, балыҡ, йәшелсә - ҡайһыһы экологик яҡтан таҙа, ә ҡайһыһы юҡ?!  Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк яңы документ ошо һорауға аныҡлыҡ индереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Киҫкен мәсьәләләрҙең береһе - продукцияның сертификация үтеүе.

Илдә эшләүсе органик продукция буйынса Милли стандарттарҙа технологик талаптар яҙылған. Әлегә Рәсәйҙә продукцияның ни бары 1 проценты ғына экологик яҡтан таҙа һанала. Сағыштырып әйткәндә, Америка  менән Европала уның күләме 8 тапҡырға күберәк. Бөгөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында үткән ултырышта ла төбәктә органик продукция етештереүҙе үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.  Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү, экологик яҡтан таҙа продукцияны магазин кәштәләренә еткереүгә бәйле мәсьәләр күтәрелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика