Рәсәйҙең "Иң алдынғы ер һөрөүсе"һе исемен кем яулар?

Рәсәйҙең "Иң алдынғы ер һөрөүсе"һе исемен кем яулар? 26.06.2017

30 июндән 1 июлгә тиклем уҙғарыласаҡ механизаторҙар бәйгеһенә күнекмәләр башланды. Әле техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Рәсәйҙә был иҫәп буйынса алтынсы чемпионат. Унда быға тиклем Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев  яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Шуға ла Башҡортостан данын яҡлаусы механизаторҙы ярышҡа әҙерләү уға ышанып тапшырылған.  

Гөлиә Иҫәндәүләтова һынауҙар алдынан тағы ла бер тапҡыр техниканың төҙөклөгөн тикшерә. Дүртенсе синыфтан трактор йөрөтөргә өйрәнеүсе ҡыҙ тракторҙы ла, еңел машинаны ла берҙәй оҫта йөрөтә. Чемпионатта тәүге тапҡыр  ҡатнашыусы студент ярыш өсөн ике корпуслы, әйләнмәле һабанлы  "Агромаш-85 ТК"  тракторын да "йүгәнләгән". Өйрәнеп алһаң, бер ҡыйынлығы юҡ, ти ул.
Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында быйыл Башҡортостан данын биш кеше, шул иҫәптән өс тракторсы ҡыҙ яҡлаясаҡ. Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев алтынсы тапҡыр уҙғарылған бәйгенең даими ҡатнашыусыһы. Шуға ла тәжрибәле механизаторға төбәк командаһын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. Әйтергә кәрәк, алдағы бәйгеләрҙә яҡташыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 10 ер һөрөүсеһе исеменә лайыҡ булған.
Ер һөрөү буйынса чемпионатты уҙғарыу урыны итеп Башҡортостан Рәсәйҙең биш төбәге араһынан һайлап алынған. Чемпионат сиктәрендә эшлекле һәм мәҙәни-күңел асыу саралары, көнүҙәк проблемаларға "түңәрәк өҫтәл" ойоштороу ҙа күҙаллана. Голландиянан килгән Март Баккер - судья. Ул бәйгенең матур төбәк менән таныштырыу мөмкинлеге биреүенә сикһеҙ шат
Март Баккер, "Иң алдынғы ер һөрөүсе" рәсәй чемпионаты судьяһы /голландия/: “Башҡортостан аграр төбәк. Был ерҙәр бәйге өсөн уңайлы буласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы беҙ ун төрлө һынауҙан һуң асыҡлаясаҡбыҙ. Минең өсөн, бәйге үткәрелгән ер аҙаҡтан тигеҙ, матур булып ҡалһын”.
Өфө районы баҫыуында техника тауышы тынмай. Һынауҙарға тиклем күп ҡалманы, жюри ағзалары механизаторҙар араһында һайлап алыу турын үткәрә. Хеҙмәтсәндәр бер-береһе менән кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку