Ҡояшҡа иң яҡын планета ергә яҡынлаша 27.06.2017

Киләһе йылдан Рәсәйҙә ветеринар сертификаттарҙы иҫәпләүсе «Меркурий» тип аталған яңы система ғәмәлгә инәсәк. Автоматлаштырылған дәүләт технологияһы ауыл хужалығы продукцияларын етештереүсе һәм кемде үҙенә буйһонорға мәжбүр итәсәк. Атап әйткәндә, электрон документтар буйынса малдың ҡайҙа үҫеүе, уның нисек һуйылыуы һәм был иттән ниндәй продукция етештерелеүен белергә мөмкин.

Мәләүез районының «Ҡарлуғас» хужалығында симменталь тоҡомло алты тиҫтәнән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Башлыса, ит йүнәлешендә эшләүсе предприятие дәүләт программаһы ярҙамында иҫке ферманы төҙөкләндергән. Йүнсел хужа киләсәктә малдар һанын тағы ла ишәйтергә йыйына. Бының өсөн ул икенсе ҡураны ла үҙгәртеп ҡорорға ниәтләй. Әммә киләһе йылдан фермерҙарҙың сығымдары тағы ла артыр тип көтөлә. Сөнки 1-се ғинуарҙан Рәсәйҙә ветеринар сертификаттарҙы иҫәпләүсе яңы система ғәмәлгә инә.
Яңы система фермерҙарға документтар тултырыу өсөн ветеринар хеҙмәт менән килешеү төҙөргә йәки аттестация үткән хеҙмәткәрҙе эшкә йәлеп итергә мәжбүр итәсәк. Ветеринарияның берҙәм мәғлүмәт мөхитен һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән технология башҡа ҡыйынлыҡтар ҙа килтереүе ихтимал.  
Үҙ көсөнә инәсәк закон республикала 6 мең самаһы предприятиеға, шул иҫәптән 4 мең самаһы шәхси ярҙамсыл хужалыҡҡа ҡағыла. Бер яҡтан ҡарағанда, был технологияның әһәмиәте ҙур буласаҡ, ти белгестәр. Сөнки ауыл ерендә етештерелгән теге йәки был продукцияның өҫтәлдәргә ҡайҙан килеп эләгеүен «Меркурий» системаһы асыҡларға ярҙам итәсәк.
Бынан тыш, ҡаптарға һалынған эремсек һәм  йогурт кеүек күп төрлө ашамлыҡтар ҙа ветеринар документтар оҙатыуында булырға тейеш. Урындағы продукциялар менән бер рәттән, сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙар ҙа етди контролгә алынасаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика