Малсылыҡ менән шөғөлләнә башлауға - миллион ярым һумлыҡ грант

Малсылыҡ менән шөғөлләнә башлауға - миллион ярым һумлыҡ грант 25.01.2018

Мишкә районы Кесе Шаҙы ауылында йәшәүсе Фирсәнә менән Фәнүз Кәримовтар ғаиләһе 2016 йылда бизнес-план төҙөп, урында ауыл хужалығы йүнәлешен үҫтереүгә республика бюджетынан финанс ярҙам ала.

Фирсәнә менән Фәнүз Кәримов көнө буйы малҡайҙары тирәләй әйләнә. Бер фермаға - ике эшсе. Үҙҙәренә үҙҙәре хужа. Ғаиләнең башта тиҫтәгә яҡын ғына сенменталь тоҡомло һыйыры була, артабан мал  баштарын үрсетеүгә һәм ҡуралар төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан матди ярҙам алыуға ирешә. Миллион ярым һумлыҡ грант аҡсаһына үҙҙәре лә  200 мең һум өҫтәп, ҡуртымға ер ала, ҡуралар төҙөй, ҡырҡҡа яҡын быҙау һатып ала. Әле һуңғылары быуаҙ, киләсәктә хужалыҡта мал башын дүрт йыл эсендә 150 башҡа еткереү.
Ҡуртымға алынған пай ерҙәрҙендә ашлыҡ үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар,-ти Кәримовтар. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, ике йыллыҡ запас менән әҙерләнгән.  Йүнселдәр билдәләүенсә, ауыл ерендә эш етерлек,  хеҙмәт һөйөүселәр бер ҡасан да юғалып ҡалмай.
Быйыл Кәримовтар ғаиләһе быҙауҙарға айырым ҡура булдырған. Мал һаны ике тапҡырға артырға тора, йыл аҙағына улар һикһәнгә етер тип көтөлә. Әйткәндәй, Мишкә районында ошондай үҫеш темпында егермегә яҡын фермер эшләй. 2012 йылдан ғына 13  ғаиләгә малсылыҡ фермаһын асыуға, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләй башлауға  дөйөм алғанда 20 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам йүнәлтелгән. Кооперативтар төҙөү буйынса ла районда эш йәнле бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку