Кушнаренко селекционерҙары емеш-еләк ағастарының яңы сорттары өҫтөндә эшләй

Кушнаренко селекционерҙары емеш-еләк ағастарының яңы сорттары өҫтөндә эшләй 14.05.2015

Район үҙәгендә урынлашҡан селекция үҙәге белгестәре Мәскәүҙәге эксперт комиссияһына үҙҙәре сығарған алма менән армыт өлгөләрен ебәргән.

Һынауҙарҙы уңышлы үткән осраҡта Башҡортостан селекционерҙарының үҫентеләре тейешле реестрға индереләсәк. Һуңғы 15 йылда Кушнаренко селекция үҙәге һынауҙарға 5 алма һәм 2 сорт армыт тәҡдим иткән. Һынауға тәҡдим ителгән үҫентеләргә талаптар ҡаты ти белгестәр. Мәҫәлән, селекционерҙар өлгөргән емештәрҙең һаҡланыу ваҡытын арттырырға, тәмен яҡшыртырға тырыша.
Кушнаренко селекция үҙәге үҙҙәре сығарған үҫентеләрҙе һатыуға сығара. Бындағы продукция, сит яҡтарҙан килтерелгәндәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙең тәбиғи шарттарға тулыһынса яраҡлаштырылған. Бынан тыш, предприятие юғары сифатлы ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары үрсетә. Селекционерҙар сығарған орлоҡтар бында үҫтерелеп, һынала һәм һатыуға сығарыла. Бындай культураларҙың сифаты юғары кимәлдә ти белгестәр. Селекция үҙәге бөгөн арыш, бойҙай, арпа, борсаҡ, ҡарабойҙай орлоҡтары тәҡдим итә.
Рафаэль Фәтхелисламов, Башҡортостан ауыл хужалығы  ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко ауыл хужалығы селекция үҙәге идарасыһы: «Был культураларҙың сифаты юғары. Уларҙы сығарған оригинаторҙар бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ, таҙа сорт сығара. Беҙ уны шул килеш алып үрсетәбеҙ, һәм хужалыҡтарға тәҡдим итәбеҙ»…

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку